Башҡортостандан Үҙәк һайлау штабына Владимир Путинды Рәсәй Федерацияһы Президенты вазифаһына тәҡдим итеүҙе хуплап ҡултамғалар алып барҙы. Был хаҡта төбәк һайлау штабынан хәбәр иттеләр. Алдан белдереүебеҙсә, ҡултамғалар йыйыу бөтә республика буйлап барҙы, эш һәм ял көндәрендә пункттарҙа ирекмәндәр һәм йәштәр ойошмалары, ирекмәндәр хәрәкәттәре әүҙемселәре дежур итте.
“Бөгөн беҙ республикабыҙ халҡынан Владимир Путин кандидатураһын яҡлап йыйылған ҡултамғалар ҡағыҙҙарының тәүге партияһын алып килдек. Шуны билдәләп үтәм, ҡултамға йыйыу 23 декабрҙән башланды, бөтә көндәрҙә лә, шул иҫәптән байрам көндәре лә дауам итте һәм артабан бөтә республика буйынса был эш алып барыласаҡ. Халҡыбыҙҙың әүҙемлегендә лидерыбыҙға ҙур ярҙам һиҙелә”, – тине “Берҙәм Рәсәй” партияһының Төбәк башҡарма комитеты етәксеһе Руслан Насретдинов.
“Ҡултамғалар йыйыу пункттары барлыҡ республика буйынса, ҙур ҡалаларҙа, күпселектә сауҙа үҙәктәре майҙансыҡтарында, Күп функциялы үҙәктә һәм башҡа урындарҙа урынлашҡан”, – тип һөйләне “Берҙәм Рәсәйҙең Йәш гвардияһы”ның республика бүлексәһе етәксеһе Оскар Лютов.
“Күп таныштарым Владимир Путин өсөн ҡултамға йыйыуҙа ирекмән булырға теләк белдерҙе, улар өсөн Рәсәй Президенты кем буласағы мөһим. Беҙҙең йәштәр хәрәкәтенең аңлылыҡ күрһәтеүе Башҡортостанда әүҙем һәм сәйәси белемле йәштәр булыуы тураһында һөйләй”, – тине Башҡортостандың студенттар отрядтары идаралығы рәйесе Ирина Сухарева.
Владимир Путиндың рәсми сайты хәбәр итеүенсә, ил төбәктәрендә бөтәһе 1,3 миллиондан ашыу ҡултамға йыйылған, процедура 21 ғинуарға тиклем дауам итәсәк.
https://putin2024.ru/novosti/sobrano-bolee-1-mln-300-tysyach-podpisey-v-podderzhku-kandidata-na-dolzhnost-prezidenta-rf-vladimira
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 5 ғинуарҙа Үҙәк һайлау комиссияһы һайлауҙа ҡатнашыу өсөн тәүге кандидаттарҙы теркәне. Был Леонид Слуцкий һәм Владислав Даванков.
Фото: https://cdn.er.ru/media/news/December2023/dfCDtRMmwLftEhfEHvRw.jpg