Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
12 Ғинуар 2024, 16:10

Прокуратураға мөрәжәғәттәр арта

12 ғинуар - Рәсәй Прокуратураһы хеҙмәткәрҙәре көнө

Прокуратураға мөрәжәғәттәр артаПрокуратураға мөрәжәғәттәр арта
Прокуратураға мөрәжәғәттәр арта

Рәсәй Прокуратураһы инде быуаттар дауамында закон һағында тора, граждандарҙың хоҡуҡтарын яҡлай, коррупцияға ҡаршы көрәшә, кешеләрҙең, йәмғиәттең һәм дәүләттең хоҡуҡтарын тергеҙеү буйынса саралар күрә.

Өфө ҡалаһы Киров районы прокуратураһы алдында икеләтә яуаплылыҡ тора, сөнки ул хеҙмәтләндергән участкала мөһим учреждениелар ҙа урынлашҡан. Был ведомство хеҙмәткәрҙәре федераль ҡануниәттең үтәлешен күҙәтеү барышында былтыр 2238 закон боҙоу осрағын асыҡлаған, уларҙы бөтөрөү маҡсатында бер меңдән ашыу прокурор реакцияһы акты индерелгән, 26 енәйәт эше ҡуҙғатыу инициативаһы менән сығыш яһаған.

Күҙәтеү эшмәкәрлегенең иң сағыу миҫалдарының береһе булып 50 миллион һумдан ашыу суммаға дәүләт контракттары сиктәрендә башҡарылған эштәр өсөн түләүгә хужалыҡ итеүсе субъекттарҙың хоҡуҡтарын тергеҙеү хеҙмәт итә ала. Шулай уҡ прокурор ярҙамы менән 27 кеше мөһим һәм ҡиммәтле дарыуҙар менән тәьмин ителгән, район прокурорының етем балаларға торлаҡ биреү тураһындағы 11 дәғүә ғаризаһы ҡәнәғәтләндерелгән, автомобиль юлдарын тейешенсә тотмауға бәйле саралар күрелгән.

Граждандарҙың район прокуратураһына мөрәжәғәттәре арта. Былтыр уларҙың һаны алты меңдән ашыу булған, һәр мөрәжәғәт буйынса сифатлы тикшереүҙәр үткәрелгән, боҙолған хоҡуҡтарҙы тергеҙеү буйынса саралар күрелгән.

Прокуратура хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрамдары менән ҡотлайбыҙ, киләсәктә лә закон һағында намыҫлы хеҙмәт итеүҙәрен теләйбеҙ.

Фото: Өфө ҡалаһының Киров районы прокуратураһынан.

ҺҮРӘТТӘ:

Өфө ҡалаһы Киров районы прокураһы хеҙмәткәрҙәре Венер Хәбир улы Аҙнабаев, Эльмира Флүр ҡыҙы Әхмәтшина, Денис Ифтар улы Ғәфиәтуллин, Флүзә Рауил ҡыҙы Кәлимуллина, Рәшит Заршит улы Йәнғобаев.

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас