Башҡортостандың билдәле йәмәғәтселәре, журналистар, мәҙәниәт эшмәкәрҙәре Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировты хуплап социаль селтәрҙә
#БерҙәмБашҡортостан
#МинРадийХәбировМенән
#ЯZаХабирова
#ZаЕдиныйБашкортостан тигән хэштегтар менән постар ҡуя башланы. Бының ни өсөн эшләнгәне һәр кемгә аңлашыла: йәмғиәтебеҙҙә тотороҡлоҡ, берҙәмлек кәрәк. Бына уларҙың ҡайһы берҙәре.
“Украина, Ҡырғыҙстандағы “һарғылт-ҡыҙыл революциялар”ҙы күҙәткәндә Көнбайыштың бысраҡ ниәте хаҡында аңлатырға тырыштылар. Тик был ваҡиғалар беҙҙән алыҫ ине. Күрәһең, телевизорҙан күҙәткән йән өшөткөс ваҡиғалар сираттағы сериал ише генә ҡабул ителгәндер.
Бынан ике йыл элек, тап яңы йыл башланып торғанда, Ҡаҙағстан да “халыҡ күтәрелешен” үткәрҙе. Иң яҡын сиктәш-дәүләттәрҙе болғатыу Рәсәйгә асылған һуғыш күренеше ине ул. Беҙҙең илгә ныҡлап йәбешкән тышҡы көстәр үҙ ниәттәренә ирешеү өсөн бөтә алымдарҙы ла ҡуллана. Һуғышта бөтә саралар ҙа ҡулай тигән фекерҙең асылы ошонда ярылып ята ла инде. Хәҙер килеп улар дәүләтебеҙҙе емереү ниәтен эстән, милли республикаларҙы ҡаҡшатыуҙан башланы. Әле бына ғына Дағстан ваҡиғаларын күҙәтеп аптырашта ҡалһаҡ, хәҙер шул хәл беҙгә килеп етте.
Баймаҡ ҡайҙа ла, Көнбайыш дәүләттәр йоғонтоһо ҡайҙа тиерһегеҙ? Үкенескә ҡаршы, Көнбайыш, Америка ярандары – үҙебеҙҙең егеттәр. Илдән ҡасып киттеләр ҙә хәҙер уларҙың туҫтағынан ашайҙар, улар көйөнә бейейҙәр. Хатта аҡса түләүселәре ҡуша икән, Украинаның оборона министры булып башҡортса хат та яҙалар.
Баймаҡ ваҡиғаһына килгәндә, тап ситтән ятып беҙҙең халыҡты хәстәрләгән ошо кешеләр тәүҙә һарайға үрт һалды. Һуңынан ситтән тороп, йә иһә шым ғына аҫтыртын рәүештә халыҡты ҡымжытты. Ә һуңынан (халҡыбыҙҙы һарыҡ ише күреп) ут эсенә кешеләрҙе үҙҙәре ҡыуып индерҙе.
Бөгөн, тотош дәүләтебеҙ үҙбилдәләнеше өсөн асыҡтан-асыҡ көрәш алып барғанда, беҙгә берҙәмлек кәрәк, дуҫтар. Башҡортостан иҡтисади ҡеүәте, халҡының берҙәмлеге менән көслө республика булды һәм шулай булып ҡаласағына шигем юҡ. Аҡты-ҡаранан айырмай, аңын-тоңон уйламай урамдарға сығыу – дәүләтселегебеҙҙән баш тартыу һәм үҙ ҡулдарыбыҙ менән айырым яҙмыштарҙы емереүгә тиң. Туҡталайыҡ һәм ошо хаҡта ла уйланайыҡ.
Мин, Башҡортостан Журналистары союзы рәйесе, күп һанлы ҡәләмдәштәрем менән бергә республикабыҙҙағы тотороҡлолоҡ, Берҙәм Башҡортостан һәм Рәсәй эсендә уның заманса үҫешен тәьмин иткән Республикабыҙ етәксеһе менән”, – тип яҙҙы Башҡортостан Журналистар союзы рәйесе, “Башҡортостан” гәзитенең баш мөхәррире Вәдүт Исхаҡов.
Билдәле яҙыусы, “Ағиҙел” журналының баш мөхәррире Мөнир Ҡунафин түбәндәгеләрҙе әйтте: “Рәсәй биш тиҫтәнән ашыу ил берләшмәһе менән һуғыш алып барғанда, үҙ йортобоҙ эсендә ғауғалашып ятыу оло гонаһ. Ил менән ҡара көн дә байрам булыр, ти башҡорт мәҡәле. Бөгөн ысын мәғәнәһендә яу барған мәлдә халыҡ, икеләнеү-шикләнеүҙәр кәртәһен емереп, дөрөҫ юлға төштө, берләште, егеттәребеҙ яу ҡырында ҡаһармандарса һуғышһа, бында тыуған ерҙәребеҙ ҡырында, ҡул, йөрәк йылыларын һалып, һәр кем яугирҙәребеҙ, илебеҙ иңенә иңен терәй.
Осҡон сығарыр өсөн саҡматаштың булыуы шарт. Нимә менән һуҡһаң да, ҡомташ осҡон сәсрәтмәйәсәк. Уйланайыҡ был хаҡта! Көсөргәнешле мәлдәрҙә лә көслө рухы һынманы, аныҡ ҡарашы буталманы Башлыҡтың. Ниндәй генә болғаныштар кисерһәк тә, ниндәй генә буталсыҡ уйҙарҙан уйылһаҡ та, бөгөн беҙгә Башлығыбыҙ Радий Хәбиров янына тупланырға кәрәк.
Минең холҡомда һис ҡасан ярамһаҡланыу, ялағайланыу кеүек сифат булманы, булмаясаҡ та. Оҙаҡ уйланған, булған ваҡиғаларҙы күңел-зиһен иләгенән үткәргәндән һуң, әйтер һүҙемде шулай тип белдерәм: илебеҙҙе лә, телебеҙҙе лә, халҡыбыҙҙы ла, илемде яҡлайым тип яуға баҫҡан батырҙарыбыҙҙы ла, бында оран һалып “аҙашҡан” аҫыл улдарыбыҙҙы һаҡлайыҡ тиһәк, Башлыҡтың фиҙаҡәр хеҙмәтенә, зирәк аҡылына ышанайыҡ, уның янына тупланайыҡ, Радий Фәрит улы менән бергә Башҡортостаныбыҙҙың яҡты киләсәгенә барайыҡ.
Ҡасан үҙебеҙҙең башҡорт дилбегәне ҡулға алыр икән тип, уның Мәскәүҙән ҡайтыуын көтөп алдыҡ түгелме һуң?! Етәксенең халыҡҡа булған таҙа мөхәббәтен, кешеләргә булған ихлас мөнәсәбәтен күреп, ҡайһы берәүҙәр шашып та киткән кеүек булып китә ҡайһы саҡта. Атаһының мыйығы менән уйнаған бала һуңынан илай торған, ихтирам һәм хөрмәт менән ҡарайыҡ республика Башлығына, уның янында бар тармаҡта ла Еңеү байраҡтарын болғайыҡ!”
Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе, йәш яҙыусы Айгиз Баймөхәмәтов та Радий Хәбировты яҡлай. “Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың республикабыҙ үҫеше өсөн башҡарған эштәре – баһалап бөткөһөҙ. Һуңғы йылдарҙа төбәгебеҙ күҙгә күренерлек итеп үҙгәрештәр кисерҙе: бихисап мәктәптәр, дауаханалар, мәҙәниәт усаҡтары ҡалҡып сыҡты. Бығаса иғтибарҙан ситтә ҡалып килгән райондарға ҙур иғтибар бүленде. Халҡыбыҙҙың бай тарихын күрһәткән музейҙар, ил халҡын көнләштерерлек һәйкәлдәр төҙөлдө... Генерал Шайморатовты Герой итеп күтәреүе генә беҙҙең өсөн ниндәй ғорурлыҡ!
Мәҙәниәтебеҙгә, әҙәбиәтебеҙгә, тарихыбыҙға ни тиклем иғтибар бүленә. Ошондай эшмәкәрлеге менән Радий Фәрит улының исеме Башҡортостан тарихына алтын хәрефтәр менән яҙылды. Шуға ла уны халыҡ ярата, яҡын күрә, уның менән һәр осрашыу үҙе бер байрамға әүерелә.
Әлеге ваҡыттағы сетерекле хәл беҙҙең республиканы бер нисек тә биҙәмәй. Ситтән күҙәтеп торғандар эстән ҡыуанып, ҡотортоп ҡына торасаҡ. Беҙгә ошондай мәлдә берҙәм, хискә бирелмәй, һалҡын ҡарашлы булыр кәрәк.
Билдәле: башҡорттар ҡыҙыу халыҡ, милли рух беҙҙә көслө. Көсөбөҙҙө дөрөҫ яҡҡа йүнәлтәйек. Беҙгә Республика Башлығы Радий Хәбировҡа теләктәш, терәк-таяныс булыр кәрәк. Уның Башҡортостан өсөн эшләгән бихисап изгелектәрен оноторға ярамай”.
"Берҙәм Рәсәй" сәйәси партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе башҡарма комитеты етәксеһе урынбаҫары Гөлнара Кирәева былай тип яҙҙы: “Беҙҙең Башҡортостаныбыҙ һәр ваҡыт халыҡтар дуҫлығы, милләттәр берҙәмлеге менән көслө булды. Ошо берҙәмлекте бөгөнгө көндә лә һаҡлап ҡалыуға күп көс һалған республикабыҙ Башлығы Радий Хәбировтың эшмәкәрлеген тулыһынса хуплайым. Бергә булайыҡ, берҙәм булайыҡ!”
Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназияһы директоры, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Илнур Сәлихов: “Беҙҙә, башҡорттарҙа, ғәҙҙеллек тойғоһо ныҡ көслө. Шул уҡ ваҡытта, беҙҙең халыҡҡа ярҙамсыллыҡ һәм ауыр ваҡыттарҙа иңгә-иң терәп һынауҙарҙы ҡаршы алыуы ла хас. Был сифаттар һәр кеше өсөн мөһим, ләкин беҙҙең илебеҙҙе һәм республикабыҙҙы эстән емерергә тырышҡандар нәҡ шул сифаттарға баҫым эшләйҙәр.
Илебеҙҙең Президенты Владимир Владимирович Путин ҡасандыр Башҡортостандың күп милләтле төбәк булғанын күҙ уңында тотоп: «Башҡортостанда һыу тамсыһында кеүек бөтә Рәсәй сағыла», - тип әйткән ине. Ысынлап та, беҙҙең республикабыҙ һәр ваҡыт күп милләтле халҡының татыулығы менән дан тотто, һәм бөгөнгө ауыр заманда ошо татыулыҡты һаҡлап ҡалыу бик мөһим.
Бөгөн көслө етәксе, республикабыҙҙың Башлығы Радий Фәрит улы Хәбировтың эргәһендә берләшеп илебеҙ, тыуған еребеҙҙең матур киләсәген һәм уңыштарын ҡулға -ҡул тотоноп ҡына булдыра алабыҙ”, – тип яҙҙы.
Һәм бындай кешеләр бик күп. Уларҙың барыһы ла берҙәмлекте, тыныслыҡты һаҡлай һәм яҡлай. Берҙәм булайыҡ дуҫтар!
Фото: "Бәйләнештә".