

Өфөлә республика Башлығы Радий Хәбировты ҡеүәтләп “Көслө республика – көслө Башҡортостан” исеме аҫтында митинг-концерт уҙҙы. Сараға йыйылған 50 мең кеше төбәк етәксеһе тирәләй берләште һәм уға милләтсе-экстремистарға, республикалағы булған ваҡиғаларҙан файҙаланып илебеҙҙе эстән ҡаҡшатырға тырышыусыларға бергәләп ҡаршы торорға теләктәшлек белдерҙе.
Сәхнәлә йәмәғәт вәкилдәре һәм депутаттар, дәүләт эшмәкәрҙәре генә түгел, ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан махсус хәрби операция яугирҙәре лә сығыш яһаны. Республикалағы һуңғы ваҡиғаларға ҡарата тәүгеләрҙән булып үҙенең киҫкен фекерен белдергән “Томан” позывнойлы яугир республика халҡына өндәште:
– Дуҫтар, яҡташтар! Тик бергәләп, берҙәмлектә генә беҙ үҙебеҙҙең изге ҡиммәттәребеҙҙе һаҡлап ҡала алабыҙ. Бөгөн мин кешене тик икегә бүләм: һатлыҡйәндәргә һәм илһөйәрҙәргә. Илһөйәрлек менән һуғарылған кеше бер ҡасан да икенсе кешене түбәнһетергә маташмай. Тыуған илгә мөхәббәтте һүҙҙәр менән иҫбатламайҙар бөгөн. Тыуған илгә мөхәббәт ысын эштәр һәм ҡылған ғәмәлдәр менән күрһәтелә. Ошо сифаттар менән үҙен эштә иҫбат итте лә инде беҙҙең республика Башлығы. Ул – ошо ябай булмаған ваҡытта республика менән идара итә алыуын күрһәтте. Ул махсус хәрби операцияның башынан алып беҙҙең менән, яугирҙәр менән. Хәҙер ҙә беҙҙең менән, беҙҙең ғаиләләрҙе ҡайғырта. Ул беҙҙең барыбыҙ өсөн дә ағай! Бөтә ҡатмарлы ваҡиғаларға ҡарамай республикабыҙҙы алға алып бара. Радий Фәрит улы, ҙур рәхмәт һеҙгә! Беҙ республикабыҙ өсөн, илебеҙ өсөн һынатмаясаҡбыҙ! Һәм мотлаҡ еңеү менән ҡайтасаҡбыҙ!
Төбәк етәксеһен яҡлап халыҡ менән бөгөн республика йырсылары һәм артистары, Башҡортостан ҡоролтайы депутаты Рәмил Бәҙәмшин, Фидан Ғафаров, Дәрүишхан төркөмө, Дияна Ишниязова, Зәйнетдин һәм башҡалар бергә булды.
Бөгөнгө ҡатмарлы ваҡытта ғәҙел һүҙ көткән республика халҡын оҙаҡ көттөрмәне төбәк етәксеһе.
– Ҡәҙерле яҡташтар! Беренсенән, мин һеҙгә берҙәмлекте яҡлап килгәнегеҙ өсөн рәхмәт белдерәм! Беҙҙең егеттәр махсус хеҙмәттә ауыр хәрби эш башҡара. Улар иң төп геройҙар, улар менән ғорурланабыҙ! Ә беҙҙең бурыс – уларға ярҙам итеү. Шуға ла бында үҙ фронтыбыҙ – хеҙмәт фронты бар. Сөнки беҙ яугир ҡаһармандарыбыҙҙы бөтә кәрәкле әйберҙәр менән тәьмин итеү өсөн эшләргә тейешбеҙ. Улар өйҙәренә иҫән-һау ҡайтһын өсөн. Шулай уҡ беҙ Башҡортостанды үҫтерергә тейешбеҙ. Яугирҙәребеҙ матур, төҙөк донъяға ҡайтһын өсөн! Һәм беҙҙә бөгөн тағы бер фронт бар, ул – эске фронт, һәр йәмғиәттәге кеүек үк, төрлө идеалдарға, радикаль экстремизм принциптарына таянып республикабыҙҙы тарҡатырға маташҡан кешеләр бар. Шуның өсөн дә бөгөн, Башҡортостанды бер кемгә лә бирмәйәсәкбеҙ, тип әйтеү өсөн йыйылдыҡ. Беҙ бында йәшәнек, йәшәйбеҙ һәм йәшәйәсәкбеҙ!
Әммә иң мөһиме икенсе нәмә әйтергә теләйем, мин, Башҡортостан Республикаһы Башлығы булараҡ, вәкәләттәрем һәм бурысым сиктәрендә, сәйәсәтемде һәм ҡарарымды хуплаусыларҙы ғына түгел, минең менән риза булмағандарҙы ла яҡларға һәм уларҙың барыһына берҙәй Башлыҡ булырға тейеш. Һәм бөгөн ошо трибунанан минең менән, сәйәсәтем, ҡарарҙарым менән риза булмаған, әммә Башҡортостанды, уның халҡын ихлас яратҡан һәм ултырып һөйләшергә әҙер, аҡыллы, ысын ир-егеттәргә дуҫлыҡ ҡулын һуҙам! Әйҙәгеҙ, Тыуған Башҡортостаныбыҙҙы бергәләп төҙөйөк! Халҡым өсөн, илем өсөн, беҙ бергә! – тип республика Башлығы Радий Хәбиров митингта ҡатнашыусыларға үҙ һүҙен еткерҙе.
Уны Башҡортостандың, Рәсәйҙең һәм республиканың төрлө төбәктәренең байраҡтарын берҙәм күтәреп алҡышланы йыйылған халыҡ. Республикабыҙҙың һәм Тыуған илебеҙҙең тыныслығы, яҡты киләсәге өсөн ойошторолған сарала “Берҙәмлектә беҙҙең көс” тигән фекер менән Башҡортостан халҡы үҙ позицияһын асыҡ белдерҙе.
Фотолар: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығынан.