Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы ағзалары 29 ғинуарҙа йәшерен тауыш биреүҙә Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһы тәҡдим иткән Азат Ғәлимхановтың рәйес вазифаһына кандидатураһын бер тауыштан хупланы.
Азат Ғәлимханов кандидатураһын Үҙәк һайлау комиссияһы 24 ғинуарҙағы ултырышта тәҡдим иткән. Башҡортостан кураторы Евгений Шевченко, президент һайлауына ҡыҫҡа ваҡыт ҡалғанда бындай вазифаға ризалашыу еңел түгел, тип билдәләне. Азат Ғәлимханов үҙе ҙур яуаплылыҡты аңлауын һәм Башҡортостанда һайлауҙар ҡануниәткә ярашлы үтәсәгенә ышаныуын билдәләне.
Фото: https://t.me/baskiriaonline/13749