Ул кандидаттың төбәк һайлау штабы майҙансығында, Өфө ҡалаһы, Зәки Вәлиди урамы, 1-се йорт адресы буйынса эшләй.
Бында үҙҙәренең әүҙем гражданлыҡ позицияһын күрһәтергә теләгән һәм 2024 йылдың мартында үтәсәк Рәсәй Президентын һайлауҙа Владимир Владимирович Путинды хупларға теләүселәр килә.
Беҙҙең эстрадабыҙ йондоҙҙары, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артистары Алмас менән Айҙар Юнысовтар, шулай уҡ Башҡортостан Республикаһы Диңгеҙ йыйылышы рәйесе урынбаҫары Илдар Исхаҡов та Владимир Путиндың һайлау алды программаһына үҙ тәҡдимдәрен индерҙе.
Йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһенә әүҙемселәр, эшмәкәрлектең төрлө өлкәләре белгестәре тәҡдимдәр менән килә. Мәҫәлән, Өфөнән Артур Шәрипов төбәк кимәлендә ҡан донорҙарына ярҙам итеү тәҡдиме менән мөрәжәғәт иткән. Өфө ҡалаһының 18-се ҡала клиник дауаханаһының табип-хирургы Азамат Ҡолошов МХО биләмәһенә ярҙам итергә барған ирекмән-медиктарға ярҙам күрһәтеү тәҡдимен сығарған. Граждандар Рәсәйҙең төп халыҡтарының телдәрен һәм традицияларын һаҡлау буйынса тәҡдимдәр менән дә мөрәжәғәт итә.
Кандидаттың йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһенә үҙ наказын, теге йәки был өлкәне камиллаштырыу буйынса тәҡдимдәрен, илебеҙҙе үҫтереү буйынса башланғыстарын ҡалдырырға теләгән һәр кеше килә ала.