Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
6 Февраль 2024, 13:20

Республиканың төбәк һайлау штабында Вил Тимербулатов менән осраштылар

Республиканың төбәк һайлау штабында медицинала яһалма интеллектты ҡулланыуҙы тикшерҙеләр.

Республиканың төбәк һайлау штабында Вил Тимербулатов менән осраштыларРеспубликаның төбәк һайлау штабында Вил Тимербулатов менән осраштылар
Республиканың төбәк һайлау штабында Вил Тимербулатов менән осраштылар

Рәсәй Президенты вазифаһына кандидат Владимир Владимирович Путиндың төбәк һайлау штабында Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге ҡаҙаныштарына арналған “Рәсәй менән ғорурланабыҙ” осрашыуҙар циклы сиктәрендә мотивация осрашыуы уҙҙы.

Вил Тимербулатов, медицина фәндәре докторы, профессор, БР Фәндәр академияһы академигы, Рәсәй Фәндәр академияһы ағза-корреспонденты, табип-хирург, БДМУ-ның өҫтәмә белем биреү институтының эндоскопия курсы менән хирургия кафедраһы мөдире, кандидаттың ышаныслы кешеһе, медицинаның нисек үҙгәреүе, һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге кадрҙар тураһында һөйләне һәм үҙенең хеҙмәт биографияһынан тарихтар менән уртаҡлашты.

Әңгәмә “ирекмән” кем ул тигән һорауҙан башланды? Һүҙ voluntarius  тигән латин һүҙенән “теләүсе” йәки “үҙ һайлауың буйынса” тигәнде аңлата. Был латин ҡылымы voluntas тигән һүҙҙән “теләк” тигәнде аңлата.

Вил Мамил улы медицинала ярҙам күрһәтеү, табиптар-ирекмәндәр тураһында һөйләне. Николай Иванович Пироговты хәтергә төшөрҙө, ул донъя медицинаһы тарихында тәүге тапҡыр гипстан эшләнгән бәйләүес ҡулланған, аяҡ-ҡулдары яраларын һаҡлау тактикаһына нигеҙ һалған, был ампутациянан ҡотолорға мөмкинлек биргән. Алыҫ йылдарҙа ярҙам иткән шәфҡәтле апай-һеңлеләр тураһында ла иҫләнеләр, ә әле беҙ медик-ирекмәндәр тураһында һүҙ йөрөтәбеҙ.

Осрашыуҙа Рәсәйҙең трансплантология өлкәһендәге ҡаҙаныштары, йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарын дауалау үҙәктәрен асыу, үҙәктәрҙе яңынан йыһазландырыу мәсьәләләре тикшерелде.

Медицина учреждениелары “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты буйынса йөҙҙәрсә компьютер томографтары, эндоскопия техникаһы менән тәьмин ителгән. Рәсәйҙә диспансеризация үткәреү уникаль сараларҙың береһе булып тора, ул ауырыуҙарҙы ваҡытында асыҡлауға һәм булдырмауға йүнәлтелгән.

Медицина тарихы тураһында һөйләгәндә, 1933 йылда совет хирургы Юрий Юрьевич Вороной донъяла тәүге тапҡыр кешегә бөйөр күсереп ултырта.

Әлеге заманға әйләнеп ҡайтып, ошо көндәрҙә Өфөлә Балалар онкологияһы үҙәге асылды, уның инфраструктураһы балаларҙың ғүмерен һаҡлап ҡалырға мөмкинлек биргән өр-яңы технологияларҙы үҙ эсенә ала. Яңы асылған үҙәктә елек мейеһен күсереп ултыртыу технологияһы уникаль булып тора, ул республика медицинаһы өсөн ғәйәт ҙур технологик алға китеш.

Әле медицинаны һанлы технологиялар ҡулланмайынса күҙ алдына килтереүе ҡыйын. Рәсәйҙә яһалма интеллект төшөнсәһен тәүге тапҡыр 2020 йылда ҡануни нығыттылар.

Осрашыуға килгән Алиса Шәмсетдинова билдәләүенсә, медиктар, айырыуса йәштәр өсөн илебеҙҙең ҡайҙа хәрәкәт итеүен тойоу һәм заманса технологияларҙың, шул иҫәптән яһалма интеллект өлкәһендә, Башҡортостан поликлиникаларында ҡулланылыуы менән ғорурланыу бик мөһим.

Президентлыҡҡа башҡа кандидаттар ҙа әүҙем эшмәкәрлек алып бара. Мәҫәлән, кисә КПРФ партияһынан Рәсәй президенты вазифаһына кандидат Николай Харитонов Донбассҡа гуманитар конвой ебәреүҙә ҡатнашты. ЛДПР партияһынан Рәсәй президентына кандидат Леонид Слуцкий яҡын арала үҙенең командаһы менән илдең ҡайһы бер төбәктәренә барырға ниәтләнеүе хаҡында хәбәр итте. Ә “Яңы кешеләр” партияһынан Рәсәй Президентына кандидат Владислав Даванков үҙенең ышаныслы кешеләре исемлеген баҫтырып сығарҙы. Бөтә яңылыҡтар ҙа үрҙә телгә алынған парламент партиялары сайттарында урынлаштырылған.

Фото: Төбәк һайлау штабы. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас