Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы Рәсәй Федерацияһы Президентын һайлау буйынса компания сиктәрендә төбәк дәүләт телеканалдарында бушлай эфир ваҡытын бүлеү буйынса йәрәбә һалыуҙы үткәрҙе.
Төбәк дәүләт телеканалдарында бушлай эфир ваҡытын алыу хоҡуғына теркәлгән кандидаттар, шулай уҡ теркәлгән кандидаттарҙы тәҡдим иткән һәм республиканың Һайлау комиссияһына йәрәбә һалыуҙа ҡатнашыуға ғариза ебәргән сәйәси партиялар эйә. Йәрәбә һалыуҙа һигеҙ теле- һәм радиоканал ҡатнашты: «Рәсәй-1», «Рәсәй 24», «БЮТ», «Рәсәй Радиоһы», «Маяҡ», «Вести ФМ», «Спутник ФМ», «Юлдаш».
Йәрәбә һалыуҙа ҡатнашыусыларға мөрәжәғәт итеп, Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Азат Ғилемханов: “Киң мәғлүмәт саралары аша һайлау алды агитацияһы һайлау процесында ҡатнашыусыларҙың барыһына ла – теркәлгән кандидаттарға, уларҙы тәҡдим иткән партияларға һәм киң мәғлүмәт саралары ойошмаларына ҙур яуаплылыҡ өҫтәй. Киң мәғлүмәт саралары аша агитация ғәҙәттәгесә дәүләт телевидениеһына һәм радиоһына хас мәғлүмәт эшмәкәрлегенең юғары стандарттарына ярашлы алып барылыр тип ышанам", тине.
Кандидаттар һәм партиялар яғынан йәрәбә һалыуҙа уларҙың ышаныслы һәм тулы хоҡуҡлы кешеләре ҡатнашты.
Быға тиклем Үҙәк һайлау комиссияһы дәүләт башлығы вазифаһына дүрт кандидатты теркәне:
Владислав Даванков ( «НОВЫЕ ЛЮДИ» сәйәси партияһы), Владимир Путин (үҙеңде-үҙең тәҡдим итеү), Леонид Слуцкий (ЛДПР – Рәсәйҙең Либераль-демократик партияһы), Николай Харитонов ( «РӘСӘЙ ФЕДЕРАЦИЯҺЫНЫҢ КОММУНИСТИК ПАРТИЯҺЫ).
Сығанаҡ, фото: www.cikrb.ru/index.php?ELEMENT_ID=82499