Кисә Хөкүмәттең аҙналыҡ кәңәшмәһе һәр ваҡыттағыса сәғәттән ашыу барҙы һәм бик күп мөһим темалар ҡаралды. Иғтибарығыҙға, иң ҡыҙыҡлыларын һәм мөһимдәрен тәҡдим итәбеҙ.
Быйыл “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” программаһы буйынса 1 миллиард 174 миллион һумға 123 йәмәғәт биләмәһе төҙөкләндереләсәк. Республика ҡалаларында – 67, ә ауылдарҙа 56 проект тормошҡа ашырыла.
Башҡортостан Рәсәйҙең Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығынан Бөтә Рәсәй бәләкәй ҡалалар һәм тарихи биләмәләр конкурсына ете ғариза тапшырырға ниәтләй. Йәмәғәт биләмәләрен төҙөкләндереүгә Бәләбәй, Благовещен, Дүртөйлө, Нефтекама, Октябрьский, Салауат һәм Кушнаренко районы дәғүә итәсәк.
Башҡортостан Башлығы парк һәм скверҙарҙы төҙөкләндергән саҡта кешеләр фекерен иҫәпкә алырға ҡушты.
Башҡортостан башлығы тәҡдиме менән республикала иғлан ителгән Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр тураһында хәстәрлек күреү йылында ветерандар һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләре өсөн саралар ойошторола.
Шулай уҡ исемле йылда сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн уңайлы мөхит булдырыу йәһәтенән бик күп яҡшы үҙгәрештәр көтөлә. Мәҫәлән, “Социаль такси” хеҙмәте эшләй башлай, сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн инклюзив экскурсия автобус турҙары ойошторола, республикалағы социаль инфраструктура объекттарына һәм ҡоролмаларына инвентаризация үткәрелә.
Инвалидтарҙың айырым категориялары реабилитациялауға сертификаттар аласаҡ. Уларҙы йыл һайын 2-се, 3-сө төркөм инвалидтарына һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға бирәләр.
Башҡортостанда Благовещен – Павловка автомобиль юлының дөйөм оҙонлоғо 13 километр самаһы булған биш участкаһы төҙөкләндереләсәк.
Башҡортостан һәм Беларусь туризм, энергетика, спорт, машиналар эшләү, мәҙәниәт, мәғариф һәм инвестициялар өлкәләрендә дөйөм суммаһы 50 миллиард һумдан ашыулыҡ 16 документҡа ҡул ҡуйҙы.
Баймаҡ, Бәләбәй һәм Ҡыйғы райондарында заманса сүп-сарҙы сорттарға айырыу комплекстары төҙөлә.
Башҡортостан Башлығы быйыл Өфөләге Ленин исемендәге паркты төҙөкләндереүҙе башларға ҡушты.
Хәбиров төҙөүселәргә һәм скульптор Салауат Щербаковҡа Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимовҡа һәйкәл өсөн рәхмәт белдерҙе.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.