Магазинда бирелгән чекты кассала ҡалдырырға йәки магазиндағы кәрзингә ташларға ярамай, сөнки уны мутлыҡ ҡылыусылар үҙ мәнфәғтенә файҙаланыуы мөмкин.
Белгестәр әйтеүенсә, уғрылар ҡалдырылған чекты ала, унда күрһәтелгән тауарҙы таба һәм һаҡ магнитын ала икән. Шунан һуң урланған әйберҙе магазиндан алып сығалар, чекты һаҡсыға дәлил итеп күрһәтәләр. Быныһы ла, әлбиттә, уғрылыҡты һиҙгән осраҡта эшләнәсәк. Артабан мутлыҡ ҡылыусылар тауар өсөн аҡса карта аша түләнһә, уны ҡулдан һата. Ә әйбер өсөн ҡулаҡса бирелһә, әйберҙе магазинға кире ҡайтаралар һәм уның өсөн аҡса алалар.
Чекты өйгә алып ҡайтып ташларға кәрәк. Әгәр таныш булмаған кеше был документты бонустар туплау өсөн һорай икән, уға ла бирмәгеҙ.
Автор фотоһы.