6 мартта Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров район, район-ара һәм ҡала судтары рәйестәре менән кәңәшмәлә ҡатнашты. Көн тәртибендә – республика власының суд тармағының 2023 йылдағы эш йомғаҡтары һәм алдағы осорға бурыстар.
Радий Хәбиров сығышында суд системаһы хеҙмәткәрҙәренә намыҫлы хеҙмәттәре өсөн рәхмәт әйтте. Республика власы органдары төбәк халҡының законлы мәнфәғәттәрен яҡлауға булышлыҡ итеүен дауам итәсәк, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды төбәк етәксеһе.
– Судья эше – юғары бурыс, дәүләткә, йәмғиәткә һәм Рәсәй граждандарына яуаплы хеҙмәт итеү. Ул закондарҙы, хоҡуҡ ҡулланыу практикаһын тәрән белеүҙе генә түгел, юғары әхлаҡи сифаттарҙы ла талап итә. Йыл һайын республика судьялары байтаҡ эштәрҙе ҡарай. Былтыр – 1 миллион 336 мең. Дөйөм хеҙмәт йөкләмәһе буйынса – бер судьяға айына 90 эш – беҙҙең район судтары илдә өсөнсө һәм Волга буйы федераль округында икенсе урында. Шул уҡ ваҡытта һәр эште ҡарау сифатына кешенең яҙмышы, уның законлылыҡҡа һәм ғәҙеллеккә ышанысы бәйле, – тине Радий Хәбиров.
Республика етәксеһе махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итеүҙең мөһимлеген дә билдәләне.
– Бөгөн беҙҙең өсөн иң мөһим өҫтөнлөк – махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙы яҡлау һәм уларға ярҙам итеү. Ҡануниәт, әгәр ул хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашһа, эште туҡтатыу мөмкинлеген иҫәпкә ала. Ҡулдарына ҡорал тотоп Ватанды яҡлауға баҫҡан яҡташтарыбыҙ менән ғорурланабыҙ. Улар араһында уҡытыусылар, инженерҙар, аграрийҙар, етәкселәр, депутаттар, дәүләт хеҙмәткәрҙәре, журналистар бар. Һеҙҙең коллегағыҙ, Башҡортостан Республикаһы Юғары Суды хеҙмәткәре лә хәрби форма кейергә ҡарар итте, – тине Радий Хәбиров
Башҡортостан Башлығы шулай уҡ ведомство-ара хеҙмәттәшлекте үҫтереүгә, һанлы технологиялар индереүгә һәм Рәсәй Президенты Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһендә билдәләгән маҡсаттарға өлгәшеүгә иғтибар бүлде.
Сығышы аҙағында Радий Хәбиров суд системаһы хеҙмәткәрҙәренә Башҡортостандың дәүләт наградаларын тапшырҙы.
Башҡортостандың Юғары Суды рәйесе Раил Шәйҙуллин үҙ сиратында республика етәкселегенә суд органдарының системалы һәм асыҡ эшенә булышлыҡ иткәне өсөн рәхмәт белдерҙе. Үҙенең докладында ул суд системаһы эшен камиллаштырыу һәм ведомство-ара эш итеүҙең көнүҙәк мәсьәләләренә туҡталды.
– Уҙған йылда судьялар берләшмәһенең эшенә баһа биреп, республикабыҙ судтарының күпселек судьялары һәм аппараттары намыҫлы һәм һөҙөмтәле эшләне, тип иҫәпләйем. Юғары профессионализм, яуаплылыҡ һәм принципиаллек өсөн суд системаһы хеҙмәткәрҙәренә рәхмәт белдерәм.
Хөрмәтле Радий Фәрит улы, ышаныс, һөҙөмтәле хеҙмәттәшлек һәм республиканың суд системаһын үҫтереүгә иғтибар өсөн ихлас рәхмәт һүҙҙәрен ҡабул итегеҙ, – тине Раил Шәйҙуллин.
Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: glavarb.ru.