Магазинда өҫкө һәм аяҡ кейеме һатып алғанда сертификаттың булыу-булмауына иғтибар итергә кәрәк. Мутлашыусылар, нигеҙҙә, үҙ продукцияһына билдәле брендтарҙың логотибын төшөрөүсән. Шуға күрә әйбер һатып алғанда тауарға документтарҙы һорап алыу фарыз. Юғиһә сертификаттың булмауы, әммә кәштәләрҙә әллә күпме ҡиммәтле кейемдең ятыуы ихтимал.
Әйткәндәй, “Хәүефһеҙһеҙ республика” проекты 2020 йылдан алып эшләй. Проект контрафакт, суррогат һәм башҡа легаль булмаған продукцияға ҡаршы көрәш менән шөғөлләнә. Тағы шуны билдәләргә кәрәк: бындай хоҡуҡ боҙоуҙарға ҡаршы көрәш менән республикала йәшәгән һәр кем шөғөлләнә ала. Шикле тауарҙы күрһәгеҙ, һатыусынан сертификат һорағыҙ, әгәр ул булмаһа, полиция хеҙмәткәрҙәрен саҡырығыҙ.
Фото: "Башинформ".