Уны РФ Үҙәк һайлау комиссияһы порталында “Һайлау комиссиялары һәм референдум комиссиялары тураһында мәғлүмәт биреү” сервисы табырға ярҙам итәсәк.
Сервисҡа һылтанма http://www.cikrf.ru/digital-services/naydi-svoy-izbir..
Эҙләү һыҙығына йәшәү урынының адресын индереү етә – яуап итеп система тейешле участка комиссияһының номерын, уның адресын һәм телефонын бирә.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: 15 – 17 мартта Рәсәй Федерацияһы Президентын һайлайбыҙ.
Һайлау участкалары 08:00 сәғәттән 20:00 сәғәткә тиклем эшләй. 18 йәше тулған, Рәсәй гражданы булған һәр кеше тауыш бирә ала.
Шулай уҡ республикала Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһының мәғлүмәт-белешмә үҙәгенең төбәк бәйләнеш үҙәге эшләй. Һайлау участкаһы адресын асыҡлау һәм башҡа һорауҙар буйынса 8-800-200-00-20 номерына бушлай шылтырата алаһығыҙ. Шылтыратыуҙар 14 марттан 18 мартҡа тиклем тәүлек әйләнәһенә ҡабул ителә.
Фото: vk.com/clubbashkortostanizbirkom
#ВыбираемПрезидента
#Башкортостан
#БашВыбор2024
Фото: рахмат102.рф.