Бөтә яңылыҡтар

Алға барырға кәрәк!

Премьер-министр Андрей Назаров тәүгеләрҙән булып тауыш бирҙе. 

Алға барырға кәрәк!
Алға барырға кәрәк!

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров бөгөн Рәсәй Президентын һайлауҙа тауыш бирҙе. Ул “Башҡортостан” дәүләт концерт залында урынлашҡан 109-сы һайлау участкаһына иң тәүгеләрҙән булып килгән һәм гражданлыҡ бурысын атҡарған. Һуңынан ул Башҡортостанда етештерелгән ҡул эштәре, тауарҙар һәм ризыҡтар ҡуйылған күргәҙмәне ҡараған.

Андрей Назаров Башҡортостан халҡын үҙ өҫтөнә яуаплылыҡ алылырға һәм киләһе алты йылда ил менән идара итерлек кеше өсөн тауыш бирергә барырға саҡырҙы.

– Бөгөн тауыш биреүҙең тәүге көнө, быны иң башта эшләү мөһим тип иҫәпләйем. Төрлө партияларҙан кандидаттар бар, был демократик ҡараш. Ил үҫеш юлында тора, шул уҡ ваҡытта хәл итергә кәрәкле саҡырыуҙар ҙа бар, – тине ул.

Аҙаҡ Премьер-министр тауыш биреү тураһында социаль селтәрҙә лә үҙ фекере менән уртаҡлашты.

“Үҙегеҙҙең кандидат өсөн тауыш биргән саҡта шуны аңларға кәрәк: илебеҙ үҫешә, тик өҫтәмә саҡырыуҙар ҙа бар. Рәсәй менән Башҡортостан алға, сәскә атыуға табан барһын өсөн уларҙы хәл итергә кәрәк”, – тип яҙҙы ул.

Фото: https://pravitelstvorb.ru/news/23308/

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: