Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
15 Март 2024, 13:30

Бөйөк Ватан һуғышы ветераны һайлауҙа ҡатнашты

“Һайлау участкаһына гел үҙем йөрөйөм, комиссияны өйгә саҡырмайым”, – ти 97 йәшлек Фәрит Кәбир улы.

Бөйөк Ватан һуғышы ветераны һайлауҙа ҡатнаштыБөйөк Ватан һуғышы ветераны һайлауҙа ҡатнашты
Бөйөк Ватан һуғышы ветераны һайлауҙа ҡатнашты

Гәрәев Фәрит Кәбир улы – Благовещен районы биләмәһендә берҙән-бер Бөйөк Ватан һуғышы ветераны. Уға күптән түгел 97 йәш тулған. Ул 1490-сы һайлау участкаһында тауыш биргән дә инде, тип хәбәр итә район хакимиәтенең мәғлүмәт бүлеге.

“Һайлау участкаһына гел үҙем йөрөйөм, комиссияны өйгә саҡырмайым. Һайлауҙарҙа 18 йәшемдән башлап бер тапҡыр ҙа ҡатнашмай ҡалғаным юҡ. Рәсәй Президентын һайлауҙа тауыш биреүҙе үҙем өсөн ҙур яуаплылыҡ, бурыс һәм намыҫ тип иҫәпләйем”, – тине Фәрит Кәбир улы.

Тауыш биргәндән һуң Фәрит Кәбир улын Благовещен районы хакимиәте башлығы Анна Карабанова өйөнә тиклем оҙатып ҡуйҙы.

“Фәрит Кәбир улын ныҡ ихтирам итәм. Ул, оло йәштәге күп кенә кешеләр кеүек, һайлауҙарға бик яуаплы ҡарай. Беҙ уның янына барып йөрөргә тырышабыҙ. Күптән түгел уның тыуған көнөндә һайлау темаһы күтәрелде һәм  ул мотлаҡ тауыш бирәсәген белдерҙе. Фәрит Кәбир улы бөгөн иртәнге сәғәт 5-тә тороп уҡ ошо яуаплы ваҡиғаға әҙерләнгән. Беҙгә үҙ илебеҙҙең ысын патриоттары булған оло быуын кешеләренән өлгө алырға кәрәк”, – тине Анна Николаевна.

 

Фото: Благовещен районы хакимиәте матбуғат хеҙмәте.

 

Бөйөк Ватан һуғышы ветераны һайлауҙа ҡатнашты
Бөйөк Ватан һуғышы ветераны һайлауҙа ҡатнашты
Автор:Гүзәлиә Зәйнуллина
Читайте нас