Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
15 Март 2024, 15:10

Игорь Комаров ғәҙәти тауыш биреү юлын һайланы

Президенттың Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров тауыш бирҙе. 

Игорь Комаров ғәҙәти тауыш биреү юлын һайланыИгорь Комаров ғәҙәти тауыш биреү юлын һайланы
Игорь Комаров ғәҙәти тауыш биреү юлын һайланы

2024 йылдың 15 мартында Түбәнге Новгородта Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров дәүләт башлығын һайлауҙа тауыш бирҙе.

“Волга буйы федераль округында бөтә участкалар ҙа ваҡытында эшләй башланы – һайлау процесын тәьмин итеү өсөн 21 меңдән ашыу участка асылды. Шулай уҡ дистанцион электрон тауыш биреү, “Мобиль һайлаусы” эше ойошторолған. Өс көн дауамында тауыш биреү өсөн уңайлы шарттар булдырыласаҡ. Бөгөн – төп сәйәси ваҡиға, һәм, әлбиттә, унда ҡатнашыу бик мөһим. Волга буйы федераль округы төбәктәренең дә, бөтә илдең дә йылдам үҫешеүен, тормошобоҙҙоң үҙгәреүен күрәбеҙ. Тауыш биреүҙә ҡатнашыу мөһим. “Барығыҙ ҙа һайлауға!” – тине тулы хоҡуҡлы вәкил.

Волга буйы федераль округы төбәктәрендә, ғәҙәти тауыш биреү формаһынан тыш, һайлаусыларҙың уңайлығы һәм һайлауҙарҙың асыҡлығын арттырыу өсөн технологиялар киң файҙаланыла - ул ДЭГ һәм “Мобиль һайлаусы”. Шулай итеп, округта яҡынса 1,5 миллион кеше улар ярҙамында тауыш бирергә теләк белдергән.

Тулы хоҡуҡлы вәкил тауыш биреүҙең традицион формаһын һайланы. “Бала саҡтан уҡ һайлау участкаһына килеү, ошо атмосфераны тойоу ҡыуаныслы”, – тип аңлатма бирҙе Игорь Комаров.

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас