Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
15 Март 2024, 03:00

Илебеҙҙә мөһим сара – Рәсәй Федерацияһы Президентын һайлау башланды

Башҡортостанда барлығы 3308 һайлау участкаһы үҙ ишеген асты. Участкағыҙҙың адресын асыҡлау һәм башҡа һорауҙар буйынса 8-800-200-00-20 телефонына бушлай шылтырата алаһығыҙ. 

Илебеҙҙә мөһим сара – Рәсәй Федерацияһы Президентын һайлау башландыИлебеҙҙә мөһим сара – Рәсәй Федерацияһы Президентын һайлау башланды
Илебеҙҙә мөһим сара – Рәсәй Федерацияһы Президентын һайлау башланды

Хәйерле иртә! Бөгөн, 15 мартта, илебеҙҙә мөһим сара – Рәсәй Федерацияһы Президентын һайлау башланды. Тауыш биреү өс көн дауамында - 15, 16, 17 мартта барасаҡ.

Һайлау участкалары 08:00 сәғәттә ишектәрен асты һәм 20:00 сәғәткә тиклем эшләй. 18 йәше тулған, Рәсәй гражданы булған һәр кеше тауыш биреү хоҡуғына эйә.

Һайлауҙа ҡатнашыу – Рәсәй Конституцияһы тарафынан беҙгә бирелгән хоҡуҡ, гражданлыҡ бурысыбыҙ. Һайлау һөҙөмтәһенә илебеҙҙең һәм халыҡтың киләсәге бәйле, шуға ла битараф ҡалмайыҡ. Тыуған илдең яҙмышы тураһында уйлаған, борсолған һәр кем хәл иткес ваҡиғаға өлөш индерер, тип ышанабыҙ.

Республикала Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһының мәғлүмәт-белешмә үҙәгенең төбәк бәйләнеш үҙәге эшләй. Һайлау участкаһы адресын асыҡлау һәм башҡа һорауҙар буйынса 8-800-200-00-20 номерына бушлай шылтырата алаһығыҙ. Шылтыратыуҙар 14 марттан 18 мартҡа тиклем тәүлек әйләнәһенә ҡабул ителә.

2024 йылдың 1 ғинуарына ҡарата мәғлүмәттәр буйынса, РФ Үҙәк һайлау комиссияһы Рәсәйҙә һәм унан ситтә 112 309 947 һайлаусыны, шул иҫәптән Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларында, Запорожье һәм Херсон өлкәләрендә йәшәгән граждандарҙы теркәгән. Башҡортостан Республикаһы биләмәһендә иһә теркәлгән һайлаусылар, референдумда ҡатнашыусылар һаны 1 ғинуарға ҡарата 2 987 234 тәшкил иткән.

Хөрмәтле Башҡортостан халҡы - һайлаусылар, һеҙҙе һайлау участкаларында көтәләр! Онотмағыҙ: һеҙҙең тауыш Рәсәйҙең киләсәге өсөн мөһим. Һайлауҙа ҡатнашып, һеҙ Тыуған ил яҙмышына битараф буғлмауығыҙҙы күрһәтәсәкһеҙ. 

Фото: vk.com/clubbashkortostanizbirkom

#ВыбираемПрезидента
#Башкортостан
#БашВыбор2024

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас