Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
15 Март 2024, 10:30

Һәр кем гражданлыҡ бурысын үтәргә тейеш

Өфө районының Шамонин ауылы халҡы ла һайлауҙа әүҙем ҡатнаша. 

Һәр кем гражданлыҡ бурысын үтәргә тейешҺәр кем гражданлыҡ бурысын үтәргә тейеш
Һәр кем гражданлыҡ бурысын үтәргә тейеш

Бөгөн Өфө районының Шамонин ауылындағы мәктәптә урынлашҡан 3076-сы һайлау участкаһында Резеда менән Азат Мөхәммәтшиндар иң тәүгеләрҙән булып Рәсәй Федерацияһы Президентын һайлауға килде.

– Һәр кем гражданлыҡ бурысын үтәргә бурыслы. Башҡортостандың, Рәсәйҙең яҡты киләсәге өсөн тауыш бирәбеҙ, - ти улар.

Азат Минзаһир улы - Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығында үҫемлекселек һәм мал аҙығы етештереү бүлеге етәксеһе. Ә Резеда Миңлеғафар ҡыҙы – “Версаль” баҡса үҙәгенең, “Ҡурай” питомнигының баш агрономы. Улар икеһе лә республикабыҙҙың үҫемлекселек тармағында эшләй.

#ВыбираемПрезидента
#Башкортостан
#БашВыбор2024

 

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас