Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
15 Март 2024, 14:20

Өс көн һайлау уңайлымы?

Республика йәштәренең күпселеге тауыш биреүҙә ҡатнашыр, тип уйлайым.

Өс көн һайлау уңайлымы?Өс көн һайлау уңайлымы?
Өс көн һайлау уңайлымы?

Рәсәй Федерацияһы һайлауы барышын “Рәсәй Президентын һайлау-2024” йәмәғәт матбуғат үҙәге яҡтырта. Уның сираттағы ҡунағы – тарих фәндәре кандидаты, Өфө дәүләт фән һәм технологиялар университетының иҡтисади теориялар кафедраһы доценты Илфат Сәмсетдинов белдереүенсә, өс көн тауыш биреү халыҡ өсөн уңайлы. Быйыл Башҡортостан йәштәре ил Президентын һайлауға ҙур ҡыҙыҡһыныу күрһәтә. Уның фекеренсә, өс көн йомғаҡтары буйынса йәш һайлаусыларҙың өлөшө юғары булырға тейеш, тип уртаҡлашты ул.

– Әгәр йәш быуынды алһаҡ, улар элек һайлауға һүлпән ҡараған. Эйе, улар ҡатнашҡан, әммә әүҙем түгел. Ә хәҙер Рәсәй йәмғиәтен туплау бара. Санкциялар һәм махсус операция шарттарында кешеләр Рәсәй Президенты вазифаһында көслө лидерҙы күрергә теләй. Студенттар менән күп һөйләштем, шул иҫәптән һайлауҙар темаһы буйынса ла. Ошонан сығып, мин алдағы дәүләт башлығы һайлауында йәштәрҙең бындай тауыш биреү әүҙемлеге булмауын, сәйәсәт менән ҡыҙыҡһынмауын асыҡланым. Ә хәҙер улар үҙҙәренең гражданлыҡ әүҙемлеген күрһәтергә теләй. Шуға күрә өс көн эсендә республика йәштәренең күпселеге тауыш биреүҙә ҡатнашыр, тип уйлайым, – тине Илфат Зәки улы.

Илфат Сәмсетдиновтан ауыл халҡы нисек ҡатнашыуы тураһында ла һораныҡ.

– Бөгөн иртәнсәк Белорет районының Аҙналы ауылында йәшәгән атайым менән әсәйемә шылтыратып хәлдәрен белештем. Улар һайлау участкаһы асылыу менән тауыш биргән, Президент һайлауында ҡатнашыуҙарына шат. Өс көн тауыш биреү ҙә уларға оҡшаған. Белеүебеҙсә, өлкән быуын элек-электән һайлауға яуаплы ҡарай, шуға ла улар тауыш биреүҙең беренсе көнөндә үк әүҙемлек күрһәтә, – тине ул.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, тауыш биреү өс көн дауам итә: 15, 16 һәм 17 мартта. Һайлау участкалары 8.00 сәғәттә асыла һәм 20.00 сәғәттә ябыла. Башҡортостан биләмәһендә 3308 һайлау участкаһы эшләй. Башҡортостанда һайлауҙы төрлө сәйәси партияларҙан, урындағы үҙидара органдарынан, һайлаусылар йыйылыштары менән тәҡдим ителгән 28 меңдән ашыу һайлау комиссияһы ағзаһы үткәрә.

Айрат НУРМӨХӘМӘТОВ фотоһы.

#ВыбираемПрезидента
#Башкортостан
#БашВыбор2024

Өс көн һайлау уңайлымы?
Өс көн һайлау уңайлымы?
Өс көн һайлау уңайлымы?
Өс көн һайлау уңайлымы?
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас