Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
15 Март 2024, 13:20

Тауыш биреүҙең өс көнө лә тыныс үтер тип ышанам

Азат Ғәлимханов республикала тауыш биреүҙең, һайлау комиссияһына килеүҙең йәки һайлау комиссияһы вәкилдәрен өйгә саҡырыуҙың ике ысулы барлығын иҫкә төшөрҙө.

Тауыш биреүҙең өс көнө лә тыныс үтер тип ышанамТауыш биреүҙең өс көнө лә тыныс үтер тип ышанам
Тауыш биреүҙең өс көнө лә тыныс үтер тип ышанам

Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Азат Ғәлимханов “Рәсәй президентын һайлау-2024” йәмәғәт матбуғат үҙәгендәге сығышында белдереүенсә, быйыл Рәсәй Президентын һайлауҙа Башҡортостанда 18 йәше тулған 90 мең самаһы кеше тәүге тапҡыр тауыш бирәсәк. Улар һайлауҙа ҡатнашһын өсөн исемле саҡырыуҙар ебәрелгән, шулай уҡ иҫтәлекле бүләктәр әҙерләнгән.

Шулай уҡ  Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы мәғлүмәттәре буйынса, һайлау участкаларының тәүге сәғәттәре штат режимында үтте, граждандар әүҙемлек күрһәтә.

– Беҙҙә булған мәғлүмәттәрҙән күренеүенсә, участкалар ваҡытында асылған, проблемалар юҡ, эш штат режимында бара. Бынан тыш, беҙгә тауыш биреү яҡшы барыуы тураһында мәғлүмәт килә. Тауыш биреүҙең өс көнө лә тыныс үтер тип ышанам, – тип уртаҡлашты Азат Ғәлимханов.

Ул республикала тауыш биреүҙең, һайлау комиссияһына килеүҙең йәки һайлау комиссияһы вәкилдәрен өйгә саҡырыуҙың ике ысулы барлығын иҫкә төшөрҙө.

Иғтибар итегеҙ: өйҙә тауыш биреү өсөн һайлау участкаһына 17 мартта 14.00 сәғәткә тиклем мөрәжәғәт итергә кәрәк.

– Өйҙә тауыш биреү тәү сиратта хәрәкәт итеү мөмкинлеге сикләнгән граждандар, ниндәйҙер сәбәптәр арҡаһында һайлау участкаһына килә алмаған йәки уларға ауыр булған кешеләргә ҡағыла. Был осраҡта һайлау комиссияһы ағзалары үҙҙәре өйгә килеп, тауыш биреүҙе ойоштора. Бының өсөн һайлаусы үҙе йәки уның туғандары яҙма рәүештә йәки телефон аша участка һайлау комиссияһына мөрәжәғәт итә, – тип иҫкә төшөрҙө Азат Ғәлимханов.

Ул республикала Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһының мәғлүмәт-белешмә үҙәгенең төбәк бәйләнеш үҙәге эшләүе тураһында ла әйтте. Һайлау участкаһы адресын асыҡлау һәм башҡа һорауҙар буйынса 8-800-200-00-20 номерына бушлай шылтырата алаһығыҙ. Шылтыратыуҙар 14 марттан 18 мартҡа тиклем тәүлек әйләнәһенә ҡабул ителә.

 Айрат НУРМӨХӘМӘТОВ фотоһы.

#ВыбираемПрезидента
#Башкортостан
#БашВыбор2024

Тауыш биреүҙең өс көнө лә тыныс үтер тип ышанам
Тауыш биреүҙең өс көнө лә тыныс үтер тип ышанам
Тауыш биреүҙең өс көнө лә тыныс үтер тип ышанам
Тауыш биреүҙең өс көнө лә тыныс үтер тип ышанам
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас