Бөгөн илебеҙҙә Рәсәй Федерацияһы Президентын һайлау старт алды. Республикабыҙҙа иртәнге сәғәт 8-ҙән һайлау участкалары эшләй башланы.
Дәүләт Башлығы вазифаһына Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһы теркәлгән дүрт кандидат дәғүә итә: Леонид Слуцкий, Николай Харитонов, Владислав Даванков һәм Владимир Путин.
Тауыш биреү өс көн дауам итә: 15, 16 һәм 17 мартта. Тауыш биреү 8.00 сәғәттә башлана, 20.00 сәғәттә тамамлана. Башҡортостан билмәһендә 3308 һайлау участкаһы эшләй. Башҡортостанда һайлауҙы төрлө сәйәси партияларҙан, урындағы үҙидара органдарынан, һайлаусылар йыйылыштары менән тәҡдим ителгән 28 меңдән ашыу һайлау комиссияһы ағзаһы үткәрә.
Һайлау барышын “Рәсәй Президентын һайлау-2024” йәмәғәт матбуғат үҙәге яҡтырта. Унда йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре, сәйәсмәндәр һәм башҡалар һайлау барышы тураһында һөйләй.
Башҡортостанда быйыл тәүге тапҡыр Рәсәй Президентын һайлау барышын, кандидаттарҙан һәм сәйәси партияларҙан күҙәтеүселәр менән бергә, РФ һәм БР Йәмәғәт палатаһынан күҙәтеүселәр күҙәтәсәк. Улар һәр һайлау участкаһында күрһәтелгән, тип хәбәр итте “Рәсәй Президентын һайлау - 2024” йәмәғәт матбуғат үҙәгендә һайлауҙарҙы күҙәтеү буйынса Йәмәғәт штабы ағзаһы Максим Беляев.
Уның һүҙҙәренсә, 10 мең йәмәғәт күҙәтеүсеһен әҙерләү 2023 йылдың ноябрендә үк башланған, улар республиканың һәр муниципалитетында бар.
Шулай уҡ мобиль төркөмдәр эшләй, улар йәмәғәт күҙәтеүселәренән, юристарҙан, политологтарҙан, эксперттарҙан тора, улар штаттан тыш хәлдәрҙә урындарға сығырға һәм квалификациялы ярҙам күрһәтергә әҙер.
“Йәмәғәт күҙәтеүселәре кандидаттарҙың береһен дә яҡламай. Уларҙың төп бурысы – һайлауҙа хоҡуҡ боҙоуҙар булмаһын өсөн тауыш биреү процедураһын күҙәтеү. Әгәр булһа, күҙәтеүселәр уларҙы мөмкин тиклем хәл итергә ярҙам итә”, – тип билдәләне Максим Беляев.
Айрат НУРМӨХӘМӘТОВ фотоһы.