+20 °С
Облачно
Шишмә районында Резеда һәм Николай Сницкийҙар Рәсәй Президентын һайлау ниәте менән ЗАГС-тан һуң тура һайлау участкаһына барған. Был турала Шишмә районы хакимиәте башлығы Ришат Мансуров “Бәйләнештәге” үҙ сәхифәһендә хәбәр итте.
“Никахты теркәгәндән һуң һайлауҙа ҡатнашырға барыу уртаҡ юлдың һоҡланғыс башланғысы булып тора! Был, моғайын, йәш ғаиләнең тормошонда иң иҫтәлекле көн булыр. Йәштәрҙе ҡотлайбыҙ!” – тип яҙған район башлығы.
Фото: Ришат Мансуровтың “Бәйләнештәге” сәхифәһе.