Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
15 Март 2024, 06:30

Журналистар һайлау барышын яҡтырта

Башҡортостанда Рәсәй Федерацияһы Президентын һайлау барышын яҡтыртҡан “Рәсәй Президентын һайлау-2024” йәмәғәт матбуғат үҙәге нисек эшләй? 

Журналистар һайлау барышын яҡтыртаЖурналистар һайлау барышын яҡтырта
Журналистар һайлау барышын яҡтырта

Рәсәй Федерацияһы Президентын һайлау барышын “Рәсәй Президентын һайлау-2024” йәмәғәт матбуғат үҙәге яҡтырта. Унда йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре, сәйәсмәндәр, ойоштороусылар, күҙәтеүселәр, белгестәр, эксперттар һайлау барышы тураһында һөйләй һәм журналистарҙың һорауҙарына яуап бирә.

Матбуғат үҙәгенең эше тураһында Башҡортостан Журналистар союзы рәйесе Вәдүт Исхаҡов уртаҡлашты.

– Был бинала инде икенсе йыл рәттән эшләйбеҙ. Башҡортостан Журналистар союзы Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы менән килешеү төҙөнө. Бындай эшмәкәрлек күптән алып барыла. Беҙҙең журналистарҙың ошондай форматта эшләүе һөҙөмтәле. Өс көн дауамында “Рәсәй Президентын һайлау-2024” йәмәғәт матбуғат үҙәгендәге залда 70-кә яҡын журналист һайлау ваҡиғаларын һәм барышын яҡтыртасаҡ, уларҙың бөтәһе лә аккредитация үтте. Бында эшләгән журналистарҙан тыш, бөтә республикалағы хеҙмәттәштәребеҙ үҙҙәренең ҡала һәм райондарында тауыш биреү барышын яҡтыртыу буйынса әүҙем эшләй, – тине Вәдүт Ғәйфулла улы.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, илебеҙҙә Рәсәй Президентын һайлау бара. Тауыш биреү өс көн дауам итә: 15, 16 һәм 17 мартта. Һайлау участкалары 8.00 сәғәттән 20.00 сәғәттә тиклем эшләй.

Был мөһим сарала тауыш биреү хоҡуғы булған һәр кеше ҡатнашыр, тип ышанабыҙ.

Айрат НУРМӨХӘМӘТОВ фотоһы.

#ВыбираемПрезидента
#Башкортостан
#БашВыбор2024

Журналистар һайлау барышын яҡтырта
Журналистар һайлау барышын яҡтырта
Журналистар һайлау барышын яҡтырта
Журналистар һайлау барышын яҡтырта
Журналистар һайлау барышын яҡтырта
Журналистар һайлау барышын яҡтырта
Журналистар һайлау барышын яҡтырта
Журналистар һайлау барышын яҡтырта
Журналистар һайлау барышын яҡтырта
Журналистар һайлау барышын яҡтырта
Журналистар һайлау барышын яҡтырта
Журналистар һайлау барышын яҡтырта
Журналистар һайлау барышын яҡтырта
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас