Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
16 Март 2024, 04:30

"Һайлауға барыу – беҙҙең ғаилә традицияларының иң мөһиме"

Биш йәшлек Линар ҙа һайлауға килде.

"Һайлауға барыу – беҙҙең ғаилә традицияларының иң мөһиме""Һайлауға барыу – беҙҙең ғаилә традицияларының иң мөһиме"
"Һайлауға барыу – беҙҙең ғаилә традицияларының иң мөһиме"

Стәрлетамаҡта йәшәгән Зәйнуллиндар ғаиләһе 4-се балалар поликлиникаһында урынлашҡан һайлау участкаһына тулы составта килде. Алик менән Альбина биш йәшлек улдарын да үҙҙәре менән алған.

–Беҙ һайлауҙың ғаилә традицияларының береһенә әүерелеүен теләйбеҙ, - ти Зәйнуллиндар. – Улыбыҙ бала саҡтан ата-әсәһенең әүҙем гражданлыҡ позицияһын күреп үҫһен, ул да һайлаусы буласаҡ бит.

 Пенсионер Рәсимә Мусаҡаева өсөн дәүләт башлығын һайлау бик мөһим ваҡиға.

– Мин һәр саҡ һайлауҙарға йөрөйөм. Халыҡ кемдең ил менән идара итәсәген үҙе хәл итергә тейеш. Медицина колледжы студенты Руфина ҡан баҫымымды, сатурацияны үлсәне, уға ла хәстәрлеге өсөн ҙур рәхмәт! - ти пенсионер.

Фото: https://vk.com/srgazeta

#ВыбираемПрезидента
#Башкортостан
#БашВыбор2024

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас