Һәр ваҡыттағыса халыҡ һайлауға байрамға әҙерләнгән кеүек бара. Салауат башҡорт дәүләт драма театрынан Башҡортостандың халыҡ артистары Гөлсәсәк һәм Яҡуп Шәриповтар һайлауға милли костюмдар кейеп барған. Тормошта ла, сәхнәлә һәр саҡ бергә булған матур парға ысынлап та һоҡланмау мөмкин түгел!
Афарин, беҙҙең яратҡан артистарыбыҙ!
Әйткәндәй, тауыш биреү өс көн дауамында - 15, 16, 17 мартта барасаҡ. Ә һеҙ һайлауға барҙығыҙмы әле?
Фото: Салауат башҡорт театры төркөмөнән.