Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
16 Март 2024, 17:45

Икенсе көн нисек үтте?

Ағиҙел ҡалаһы ҡала округында һәм 22 муниципаль районда тауыш бирергә килеүселәр иҫәбе 70 проценттан артҡан.

Икенсе көн нисек үтте?Икенсе көн нисек үтте?
Икенсе көн нисек үтте?

Башҡортостанда Рәсәй Президентын һайлауҙа тауыш биреүҙең икенсе көнө йомғаҡтары буйынса халыҡтың 64,82 проценты тауыш бирҙе.

“Икенсе көн киске сәғәт 8-гә һайлаусыларҙың 64,82 проценты тауыш бирҙе, был 1 904 036 кеше килде тигән һүҙ”, – тиелә Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһы белдереүендә.

Ағиҙел ҡалаһы ҡала округында һәм 22 муниципаль районда тауыш бирергә килеүселәр иҫәбе 70 проценттан артҡан.

Быйыл тауыш биреү өс көн - 15-17 мартта үтә. Иртәгә һуңғы көн. Әгәр ошоға тиклем үҙ бурысығыҙҙы үтәп өлгөрмәһәгеҙ, быны иртәгә эшләп ҡалырға ашығығыҙ. 

Фото: "Башинформ". 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас