Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
16 Март 2024, 12:50

Кешеләрҙең милли кейемдә килеүен күреү бик ҡыуаныслы булды

Йәмәғәт контроле системаһын ойоштороуҙан тыш, халыҡ-ара күҙәтеүселәр һайлау участкаларында булған милли колоритҡа хайран ҡала.

Кешеләрҙең милли кейемдә килеүен күреү бик ҡыуаныслы булдыКешеләрҙең милли кейемдә килеүен күреү бик ҡыуаныслы булды
Кешеләрҙең милли кейемдә килеүен күреү бик ҡыуаныслы булды

Рәсәй Президентын һайлау көндәрендә – 15 – 17 мартта илдең һайлау участкаларында Беларусь, Ҡаҙағстан, Индонезия, Шри-Ланка, Австрия, Молдова, Сербия, Гватемала һәм Болгария күҙәтеүселәре эшләй.

Бынан алда беҙ халыҡ-ара күҙәтеүселәрҙе Башҡортостандың масштабы һәм күп милләтлелеге хайран ҡалдырыуы хаҡында хәбәр иткәйнек. Бынан тыш, башҡа илдәрҙән эксперттарҙы тауыш биреүҙә граждандарҙың өйөнә йәмәғәт күҙәтеүселәре килеүе ғәжәпләндерә. Был хаҡта Өфөләге “Рәсәй Президентын һайлау-2024” матбуғат үҙәгендә һайлауҙарҙы күҙәтеү буйынса йәмәғәт штабы ағзаһы Максим Беляев һөйләне.

Йәмәғәт контроле системаһын ойоштороуҙан тыш, халыҡ-ара күҙәтеүселәр һайлау участкаларында булған милли колоритҡа хайран ҡала.

– Кешеләрҙең милли кейемдә килеүен күреү бик ҡыуаныслы булды. Мәҫәлән, Урал аръяғына башҡорт кейемдәрендә, төньяҡ-көнбайышта фин-уғыр халыҡтары өсөн традицион кейемдәрҙә килгәндәр. Был һайлауға үҙенсәлекле төрлө төҫ бирә. Һәм беҙҙең халыҡ-ара күҙәтеүселәрҙе был бик ғәжәпләндерҙе, – тип уртаҡлашты Максим Беляев.

Боян Стефанов Чуков – Рәсәй Президентын һайлау көндәрендә Башҡортостандың һайлау участкаларында эшләгән сит ил күҙәтеүселәренең береһе Үзбәкстанда һәм Мароккола һайлауҙарҙа күҙәтеүсе булып эшләү тәжрибәһе барлығын һөйләне. Республикабыҙҙа ул тәүгә үҙен өйҙәге кеүек хис итә һәм башҡорт аш-һыуына һоҡлана.

Республикалағы һайлау барышының асыҡлығын 10 меңдән ашыу йәмәғәтсе контролдә тота уларға ярҙам итеү өсөн 8 (347) 218-16-64 телефоны буйынса “ҡыҙыу бәйләнеш” эшләй.

Александр Данилов фотоһы.

#ВыбираемПрезидента
#Башкортостан
#БашВыбор2024

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас