Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
16 Март 2024, 15:30

Пропискаң булмаһа, ә тауыш биргең килһә...

Колл-үҙәк һәр кемгә ярҙам итергә әҙер. 

Пропискаң булмаһа, ә тауыш биргең килһә...Пропискаң булмаһа, ә тауыш биргең килһә...
Пропискаң булмаһа, ә тауыш биргең килһә...

Өфөләге “Рәсәй Президентын һайлау-2024” йәмәғәт матбуғат үҙәге көн дауамында бер нисә тапҡыр һайлауҙы ойоштороу буйынса колл-үҙәк өсөн яуаплы Анна Сучкова менән бәйләнешкә сыҡты. Ул ағымдағы ваҡытҡа мөрәжәғәттәр менән таныштырҙы.

Һөҙөмтәлә ике көн дауамында колл-үҙәк 50 мөрәжәғәт ҡабул иткән. Башлыса техник һорауҙар килә, кешеләр үҙҙәренең һайлау участкаһының адресы, эш ваҡытын белешә, өйҙән тауыш биреү өсөн комиссия ағзаларын саҡыра. Етди тәртип боҙоуҙар теркәлмәгән.

– Бөгөн 90 йәшлек тауыш биреүсе мөрәжәғәт итте, ул өйөнән тауыш бирергә теләк белдерҙе. Беҙ бындай мөрәжәғәттәрҙе участка һайлау комиссияларына тапшырабыҙ, – тине Анна Сучкова.

Бынан тыш, пропискаһы булмаған, ләкин тауыш бирергә теләк белдергән кеше шылтыратҡан. Ундайҙарға Өфө ҡалаһы, Октябрь революцияһы, 75-се йорт адресы буйынса урынлашҡан 119-сы һайлау участкаһына барырға тәҡдим итәләр. Үҙең менән иҫәптән төшөрөлгән булыу тураһындағы билдә менән паспорт алыр кәрәк.

Фото: "Башинформ". 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас