Өфөлә “Рәсәй Президентын һайлау-2024” йәмәғәт матбуғат үҙәгендә эш ҡыҙыу бара. Уның майҙансығында сираттағы ҡунаҡ – юридик фәндәр кандидаты, Хоҡуҡ институты кафедраһы доценты Игорь Кузнецов һайлауҙар тураһында ҡануниәт, тауыш биреү тәртибе, йомғаҡ яһау, тауыш биреү осоронда сикләүҙәр тураһында файҙалы мәғлүмәттәр менән уртаҡлашты.
Һайлау башланғандың тәүге көнөнән үк тауыш биргәндәрҙең күптәре үҙенең гражданлыҡ бурысын үтәү тураһында мәғлүмәтте, фотоһүрәттәрен социаль селтәрҙәге сәхифәһенә ҡуя. Ҡайһы берәүҙәр хатта кем өсөн тауыш биреүҙәре тураһында бюллетендәренең фотоһүрәттәрен ҡуйған – был һайлауҙар тураһындағы законды боҙоу тип иҫәпләнә. Ошо хаҡта Игорь Александров та һөйләне.
– Һәр кем үҙенең гражданлыҡ бурысын үтәүен күрһәтергә теләп, һайлауҙа төшкән фотоһүрәттәрен социаль селтәрҙәге сәхифләренә ҡуя башланы. Улар араһында тауыш биргәндән һуң бюллетендәрен ҡуйғандар бар. Һайлау бюллендәренә “галочка” ҡуйғас, уны күрһәтергә ярамай. Бының өсөн енәйәт яуаплылығы ҡаралған. Шуға ла ундай фотоларҙы алырға кәңәш итәм. Әлбиттә, һайлау участкаһында тауыш биреү тураһындағы фотоларҙа таҙа бюллетендәрҙе ҡуйырға мөмкин, ә тауыш биргәс, уны күрһәтеү тыйыла.
Беҙҙә һайлау ирекле һәм йәшерен булып ҡалырға тейеш, – тине Игорь Кузнецов.
Александр Данилов фотолары.