Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
16 Март 2024, 07:25

Йәмәғәт күҙәтеүселәре араһында блогерҙар ҙа бихисап

Тәүге тапҡыр өс көн тауыш бирәбеҙ.

Йәмәғәт күҙәтеүселәре араһында блогерҙар ҙа бихисапЙәмәғәт күҙәтеүселәре араһында блогерҙар ҙа бихисап
Йәмәғәт күҙәтеүселәре араһында блогерҙар ҙа бихисап

Рәсәйҙә Президентын һайлау тыныс, эшлекле режимда бара. Ошо хаҡта “Рәсәй Президентын һайлау-2024” йәмәғәт матбуғат үҙәгенә килгән сәйәси медиатор Максим Беляев хәбәр итеүенсә, әлеге ваҡытта Башҡортостанда һайлау процесы тыныс үтә.

– Рәсәй Президентын һайлау тыныс, ғәҙәти режимда бара һәм, иң мөһиме, һайлаусылар өсөн асыҡ. Был һайлауҙы тарихи тип атарға мөмкин – тәүге тапҡыр өс көн тауыш бирәбеҙ, яңыртылған Рәсәй Конституцияһы буйынса гражданлыҡ бурысын беренсе тапҡыр үтәйбеҙ. Шулай уҡ өйҙә тауыш биреү ойошторолоуы ла үҙенсәлекле. Мәҫәлән, Сербиянан халыҡ-ара күҙәтеүсе беҙҙә бындай процедуралар юҡ тип әйтте. Күп көнлөк тауыш биреү процесы үҙе үк бәхәсһеҙ өҫтөнлөк булып тора — был халыҡ өсөн уңайлы, – тине Максим Беляев.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда һайлау барышын 10 мең йәмәғәт күҙәтеүсеһе күҙәтә. Улар араһында блогерҙар ҙа бар һәм улар һайлау барышын туранан-тура социаль селтәрҙә сағылдырып тора. Максим Беляев белдереүенсә, йәмәғәт күҙәтеүселәренә блогерҙарҙы йәлеп итеү һайлау барышының асыҡ барыуын да тәьмин итә.

Александр Данилов фотоһы.

#ВыбираемПрезидента
#Башкортостан
#БашВыбор2024

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас