Бөтә яңылыҡтар

Бөгөн сәйәси көрәш ваҡыты түгел

“Ғәҙел Рәсәй – Патриоттар – хәҡиҡәт өсөн” партияһы Рәсәй Президентын һайлауға үҙ кандидатын ниңә ҡуймаған?

Бөгөн сәйәси көрәш ваҡыты түгел
Бөгөн сәйәси көрәш ваҡыты түгел

Һайлау тамам. Ошо өс көн барған сара барышына ҡарата фекерҙәр менән уртаҡлашыу дауам итә һәм уның төп майҙансығы – “Рәсәй Президентын һаййлау-2024” йәмәғәт матбуғат үҙәге. Сираттағы ҡунаҡ - “Ғәҙел Рәсәй – Патриоттар – хәҡиҡәт өсөн” партияһының төбәк бүлексәһе советы рәйесе, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Владимир Нагорный өс көнлөк тауыш биреүҙең өҫтөнлөктәре тураһында һөйләне.

– Өс көнлөк ваҡытта бөтәһе лә тауыш бирә алды. Мин һайлау участкаһына тәүгеләрҙән булып йома көндө килдем, кешеләрҙең әүҙем килеүен күрҙем. Башҡортостан тауыш биреүҙә дәррәүлек, берҙәмлек күрһәтте, – тип билдәләне Владимир Нагорный.

Уның билдәләүенсә, тауыш биреү оҙайлығы һайлауҙың кимәленә бәйле. Муниципаль йәки төбәк кимәлендәге кампания өсөн бындай оҙайлы һайлау кәрәк тә түгелдер, тине ул.

Әлеге һайлауҙар ил халҡының берҙәмлеген күрһәтте һәм был бөтә донъя өсөн яҡшы сигнал, тип билдәләне ул.

Владимир Нагорный һүҙҙәренсә, “Ғәҙел Рәсәй – Патриоттар – хәҡиҡәт өсөн” партияһы тәүге көндән үк ғәмәлдәге Президенттың кандидатураһын яҡлап сығыш яһаған.

“Бөгөн сәйәси көрәш ваҡыты түгел, беҙҙең алда башҡа бурыстар тора”, – тине ул.  

Булат Маликов фотоһы.

#ВыбираемПрезидента
#Башкортостан
#БашВыбор2024

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: