Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
17 Март 2024, 06:15

Балалы ғаиләләр күп килә

Күҙәтеүсе-блогерҙар урындағы хәлдәр менән уртаҡлашты. 

Балалы ғаиләләр күп киләБалалы ғаиләләр күп килә
Балалы ғаиләләр күп килә

Өфөләге “Рәсәй Президентын һайлау-2024” йәмәғәт матбуғат үҙәге менән тура эфирҙа бәйләнешкә өсөнсө көн рәттән Өфөлә һәм Өфө районында эшләгән күҙәтеүсе-блогерҙар сыҡты. Улар – баш ҡаланың Орджоникидзе районынан рус теле уҡытыусыһы Ольга Воронина, Өфө районы Михайловка ауылынан уҡытыусы Рәсимә Зәйнеғәбдинова һәм Өфө ҡалаһының Совет районынан балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Розалия Ильясова.

– Бөгөн һайлау участкаһында өсөнсө көн эшләйем, кәйефтәр шәп. Кешеләр бик әүҙем килә, сөнки Президент һайлауының ни тиклем мөһим икәнлеген яҡшы аңлайҙар. Әле ял булғас, иртә менән кеше әҙерәк, тик төшкә күбәйерҙәр тип көтәбеҙ. Кешеләр ғаиләләре, балалары, хатта эт-бесәйҙәре менән килә. Буфет эшләй, музыка уйнай. Төрлө саралар үткәрелә, кисә ҡышты оҙаттыҡ. Бер ҡатынға беҙҙең участкалағы кәйеф шул тиклем оҡшаған, ул хатта ике тапҡыр килеп китте. Беренсе тапҡыр килгәндәргә бүләктәр бирәләр, улар был ваҡиғаны оҙаҡҡа хәтерҙә ҡалдырыр тип уйлайым. Бер кеше телефонда паспорт фотоһы менән килгәйне, уны кире әйләндерҙек, һөҙөмтәлә кисә кис, ике минуттан һигеҙ тула тигәндә паспорты менән килде һәм бурысын үтәне. Участка комиссия ағзалары килә алмағандарҙың өйөнә бара. Әсәйем бик тауыш биргеһе килә ине, тик сирләп китте, бөгөн уның өйөнә барып, бурысын үтәтәсәктәр, – тине Ольга Воронина.  

Михайловка ауылында ла тауыш биреү байрам менән бергә бара. Күҙәтеүсе-блогер Рәсимә Зәйнеғәбдинова һөйләүенсә халыҡ бик дәртле һәм ике көн эсендә 2176 кеше килгән дә.

– Элекке матур йолалар һаҡлана: тәүге килгәндәр бүләктәр ала, өлкәндәрҙең күңелен күрәбеҙ. Шуныһы ҡыҙыҡ: быйыл бик күптәр ғаиләләре менән бергә тауыш бирә. Беренсе тапҡыр килгәндәр бәлиғ булһа ла, ҡаушаңҡырай, шуға улар башлыса ата-әсәһе менән бергә булдылар. Бәләкәй балалар бик күп, коляскала ятҡандары ла, ата-әсәһе ҡулына йәбешкәндәре лә. Йома иртүк олалар әүҙем булғайны, кисә күберәк йәштәр, ғаиләләр килде. Һайлау мәктәптә үтә, шуға саралар күп: тәүге көндө спорт ярыштары үтте, кисә ҡышты оҙаттыҡ. Бөгөн йәрминкә була. Кем килеп өлгөрмәгән, бөгөн көтөп ҡалабыҙ, – тине ул.

Баш ҡаланың Совет районынан тура бәйләнешкә сыҡҡан Розалия Ильясова күҙәтеүсе булараҡ һайлауҙа беренсе тапҡыр ҡатнаша.

– Бөтә ерҙә мәғлүмәттәр бар, кеше бар процедураны белеп тора. Йәштәр ҙә, ололар ҙа күпләп килә. Беҙҙең һайлау участкаһы Нефть университеты биналарының береһендә урынлашҡан, шуға күрә тәүге көндә студенттар күп булды. Кем килә алмай, уларҙың өйҙәренә баралар – һәр кем үҙенең бурысын үтәй. Аңлашылмаған хәлдәр булманы, барыһы ла тыныс үтә, – тине ул.

Автор фотоһы. 

 

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас