Бөтә яңылыҡтар

Беҙҙә сәйәси мәҙәниәт юғары кимәлдә

Сәйәсәт фәндәре кандидаты, Өфө фән һәм технологиялар университеты доценты Кирилл Фадеев билдәләүенсә...

Беҙҙә сәйәси мәҙәниәт юғары кимәлдә
Беҙҙә сәйәси мәҙәниәт юғары кимәлдә

Һайлауҙа тауыш биреү кимәленең юғарылығы — Башҡортостанда сәйәси традицияларҙың тотороҡлолоғо дәлиле, тип иҫәпләй сәйәсәт фәндәре кандидаты, Өфө фән һәм технологиялар университеты доценты Кирилл Фадеев. Ул “Башинформ” агентлығына Рәсәй Президентын һайлауға бәйле фекерҙәрен еткерҙе.

– Башҡортостан электоратының һайлау участкаларына килеү күрһәткесе – республикабыҙҙа сәйәси традицияларҙың тотороҡлолоғо факты. Башҡортостан халҡы юғары дәрәжәләге сәйәси мәҙәниәте менән айырылып тора. Беҙҙең төбәк халҡының сәйәси әүҙемлеге халыҡ-ара күҙәтеүселәр тарафынан баһаланды. Улар шулай уҡ сараны ойоштороуҙың юғары кимәлен, һайлауҙарҙың асыҡлығын билдәләне.

Өҫтәүенә быйыл Рәсәй Федерацияһы Президентын һайлауҙа Башҡортостан биләмәһендә эшмәкәрлек алып барған халыҡ-ара күҙәтеүселәр составының күп төрлө булыуын иҫәпкә алырға кәрәк.

Башҡортостанда әлеге һайлау процесын ойоштороуға, тормошҡа ашырыуға ҡарата халыҡ-ара күҙәтеүселәрҙең берҙәм юғары баһаһы республикабыҙ халҡының сәйәси әүҙемлеген, демократик, гражданлыҡ үҙаңы үҫешен тағы бер тапҡыр иҫбатлай.

Автор: Ләйлә Аралбаева

Фото: Валерий Шахов фотоһы.

#ВыбираемПрезидента
#Башкортостан
#БашВыбор2024

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: