Әлеге ваҡытта Белоруссияла Халыҡ-ара китап йәрминкәһе уҙа. Унда республикабыҙҙың күренекле яҙыусыһы, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе Айгиз Баймөхәмәтов та ҡатнаша. Әйткәндәй Минскиҙа Рәсәй илселеге Рәсәй президентын һайлау өсөн бөтә шарттар ҙа булдырған.
– Тәүге тапҡыр илебеҙҙән ситтә тауыш бирәм. Бында Халыҡ-ара китап йәрминкәһендә ҡатнашам. Көслө ямғыр булыуға ҡарамаҫтан, Белоруссияла тауыш бирергә теләгән рәсәйҙәр араһында оҙон сират теҙелде: урамда ла, илселек эсендә лә. Был көндөң әһәмиәтен барыһы ла яҡшы аңлай. Беҙ ҙә ғаиләбеҙ менән тауыш бирҙек, Аяз улым әсәһе менән Әбйәлил районында олатай-өләсәйҙә ҡунаҡта. Улар тәүге көндә үк тауыш бирҙеләр, – тип уртаҡлашты Айгиз Ғиззәт улы.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда “Китап-байрам”ы халыҡ-ара йәрминкәһе йыл һайын уҙасаҡ. Быйыл ул Башҡортостан Яҙыусылар союзының 90 йыллыҡ юбилейы сиктәрендә ойоштороласаҡ.
Айгиз Баймөхәмәтов фотолары.