Махсус хәрби операция яугирҙәре Президент һайлауҙа әүҙемлек күрһәтә.
Иглин районында “Оса” позывнойлы яугир президент һайлауҙарының тәүге көнөндә үк тауыш биргән.
– Бындай мөһим ваҡиғанан ситтә ҡала алмайым, әлеге ваҡытта тап илебеҙҙең азатлығы, граждандарҙың һайлау мөмкинлеге өсөн көрәш бара. Беҙ махсус хәрби операция биләмәһендә илебеҙҙең мәнфәғәттәрен һәм үҙебеҙҙең балаларыбыҙҙы яҡлайбыҙ. Борсолмағыҙ, барыһы ла яҡшы буласаҡ, еңеү беҙҙең яҡта! – тине ул.
Әлеге ваҡытта ул ҡыҫҡа ваҡытлы ялда һәм һайлауға ҡатыны, улы менән килгән.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, өс көнлөк Президент һайлауҙарының бөгөн һуңғы көнө. Республикала өс меңдән ашыу һайлау участкаһы эшләй.
Сығанаҡ: Башҡортостан юлдаш телевидениеһы.