Өфөләге “Рәсәй Президентын һайлау-2024” йәмәғәт матбуғат үҙәгендә эш дауам итә. Әлеге ваҡытта тура бәйләнешкә республиканың Үҙәк һайлау комиссияһынан секретарь Марина Долматова сыҡты һәм һуңғы һандар менән таныштырҙы. Уның белдереүенсә, 15 сәғәткә Башҡортостанда тауыш биреүселәрҙең 78,46 проценты тауыш биргән. Был 2,3 миллион кеше. Күренеүенсә, Башҡортостан халҡы ҙур әүҙемлек күрһәтә.
Шулай уҡ Марина Долматова республикала 17 мартта көндөҙгө сәғәт 3-кә һайлаусыларҙың күпләп килеүе билдәләнгән һайлау участкаларын атаны.
Тауыш биреүселәрҙең күпселеге – 96 проценты – Илеш районының Бишҡурай ауыл советындағы 2062-се участкала билдәләнде. Өфөнөң Дим районындағы 113-сө мәктәптә урынлашҡан 24-се участкала һайлаусыларҙың 82 проценты тауыш биргән. Асҡар ауылындағы 767-се участкала – 86 процент, Надеждин ауылындағы 1022-се участкала – 84 процент, Ҡырмыҫҡалы районының Шайморат ауылындағы 2316-сы участкала – 86 процент, Мәсетле районындағы 2629-сы участкала – 83 процент һайлаусы.
Фото: "Башинформ".