Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
17 Март 2024, 16:30

Күҙаллауҙар менән ашыҡмаҫ инем

Артур Шәйнуров билдәләүенсә, Рәсәй Президентын һайлау —2024 йылдағы Рәсәйҙең сәйәси тормошонда мөһим, төп ваҡиға

Күҙаллауҙар менән ашыҡмаҫ инемКүҙаллауҙар менән ашыҡмаҫ инем
Күҙаллауҙар менән ашыҡмаҫ инем

Өфөлә “Рәсәй Президентын һайлау - 2024” йәмәғәт матбуғат үҙәгендә эштәр ҡыҙыу бара. Уның сираттағы ҡунағы – Башҡортостандағы КПРФ-тың республика комитеты етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Артур Шәйнуров белдереүенсә, Рәсәй Президентын һайлауҙа өс көн тауыш биреү бик тулҡынландырғыс булған.

– Беҙҙә тауыш биреү тамамланды, беҙ өс көнлөк һайлауҙың төп һөҙөмтәһенә күсәбеҙ. Күҙаллауҙар менән ашыҡмаҫ инем. Яҡын арала уҡ беҙ рәсми рәүештә тауыш һанын ишетәсәкбеҙ, — тине ул.

Артур Шәйнуров билдәләүенсә, Рәсәй Президентын һайлау —2024 йылдағы Рәсәйҙең сәйәси тормошонда мөһим, төп ваҡиға.

– Беҙ бөгөн Рәсәй Федерацияһының ниндәй хәлдә булыуын һәм неонацистарҙың илебеҙҙә һайлауҙар үткәреүҙе нисек боҙорға тырышыуын аңлайбыҙ. Әммә беҙ уларҙың үҙ ниәтен тормошҡа ашыра алмаясағын беләбеҙ, – тине Артур Шәйнуров.

Ул шулай уҡ КПРФ партияһының сәйәси әүҙемлеген һайлау барышында ғына күрһәтмәй, ә йылдар дауамында эш алып бара. “Беҙ үҙебеҙҙең программаны үҙгәртмәнек, курсыбыҙҙы дауам итәбеҙ”, – тине ул

Булат Маликов фотоһы.

#ВыбираемПрезидента
#Башкортостан
#БашВыбор2024

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас