Бөтә яңылыҡтар

Көтөлмәгән һорау бирелде

Яңы мобилизация тулҡыны булырмы?

Көтөлмәгән һорау бирелде
Көтөлмәгән һорау бирелде

Һайлау тамам. “Рәсәй Президентын һайлау-2024” йәмәғәт матбуғат үҙәгендә өс көн дауам иткән сара барышына ҡарата фекерҙәр менән уртаҡлашыу дауам итә. Унда төрлө темаларға ҡағылышлы һорауҙар яңғырай.

Мәҫәлән, сәйәсәт фәндәре кандидаты, Башҡортостандың Стратегик тикшеренеүҙәр институты директоры Владимир Савичевҡа ҡайһы бер кешеләрҙе хәүефләндергән темаға - яңы мобилизация тулҡынына ҡағылышлы һорау бирҙеләр.  

Владимир Савичев билдәләүенсә, ғәмәлдәге Президент Владимир Путин еңгән осраҡта, һайлауҙан һуң мобилизацияның яңы тулҡыны булмаясаҡ.

– Мобилизация булмаясаҡ. Был кәрәкмәй, беҙҙең бурысыбыҙ – еңеү менән Львовҡа барып етеү түгел, ә бөтә донъяны Рәсәй менән сәйәси килешеү төҙөргә кәрәклегенә ышандырыу - әгәр беҙҙең менән һуғышырға теләһәләр, барыбер еңеләсәктәр. Быны миллионлы армияларҙың бәрелештәре менән иҫбатларға, йәки бөгөнгө кеүек эшләргә мөмкин. Алдыбыҙҙа хәрби хәрәкәттәрҙә ҡотолғоһоҙ юғалтыуҙарҙы кәметеү бурысы тора. Шуға күрә мобилизацияның мәғәнәһе юҡ, – тип иҫәпләй Владимир Савичев.

Политолог һүҙҙәренсә, булған состав менән бөтә донъяға беҙҙең менән бәхәскә инеүҙең файҙаһыҙ булыуын күрһәтергә әҙербеҙ. Һәм был һалдаттар һаны менән генә түгел, ә хәрби хәрәкәт барышында Рәсәй ҡулланған техниканы, технологияларҙы камиллаштырыу менән дә иҫбатлана. Владимир Савичев Рәсәй Оборона министрлығының ҡоралланыу үҙгәреше динамикаһын феноменаль тип белдерҙе.

Булат Маликов фотоһы.

#ВыбираемПрезидента
#Башкортостан
#БашВыбор2024

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: