Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
17 Март 2024, 12:15

Күҙәтеүсе-блогер ситтән ҡарап ҡына ултырмай

Республиканың күҙәтеүсе-блогерҙары 30 меңдән ашыу мәғлүмәтте НОН системаһына ебәргән

Күҙәтеүсе-блогер ситтән ҡарап ҡына ултырмайКүҙәтеүсе-блогер ситтән ҡарап ҡына ултырмай
Күҙәтеүсе-блогер ситтән ҡарап ҡына ултырмай

Өфөлә “Рәсәй Президентын һайлау - 2024” йәмәғәт матбуғат үҙәгендә эштәр ҡыҙыу бара. Уның майҙансығында республиканың һайлау участкаларына тура тоташтырыу ҙа ойошторола, айырыуса күҙәтеүсе-блогерҙар бәйләнешкә йыш сыҡты. Уларҙың береһе Рима Йәнгирева Өфө ҡалаһы Дим районының 75-се “Аҡбуҙат” балалар баҡсаһында урынлашҡан 23-се һайлау участкаһында өсөнсө көн эшләй. 

– Өсөнсө көн күҙәтеүсе-блогер булып торам. Һайлау комиссияһы эше яҡшы ойошторолған, ағзалар тәжрибәле. Һәр һайлаусыны ҡаршы алалар. Көндөң тәүге яртыһында ололар әүҙем килә, икенсе өлөшөндә йәштәр әүҙемләшә. Беҙҙең участкала өс күҙәтеүсе эшләй, – тине Рима Хаварис ҡыҙы.

Шулай уҡ Яңауыл районындағы һайлау участкаларында ла күҙәтеүсе-блогерҙар эшләй. Уларҙың береһе Лидия Нуруллина. Ул 3406-сы һайлау участкаһының эшмәкәрлеген күҙәтә.

– Күҙәтеүсе-блогер булып беренсе тапҡыр ҡатнашам. Һайлау комиссияһының әҙерлеге яҡшы. Залға камерелар ҡуйылған, КОИБ ярҙамында тауыш биреү ойошторола. Өйҙәргә, дауаханаларға барҙыҡ. Бөгөн һайлау участкаһында кешеләр һирәгәйҙе. Дөйөм алғанда, байрамса кәйеф күҙәтелде, – тип уртаҡлашты Лидия Марат ҡыҙы

Әйткәндәй, быға тиклем ябай күҙәтеүселәр һайлау барышын ситтән ҡарап ултырһа, ә күҙәтеүсе-блогер камераға төшөрә, көнөнә өс тапҡыр мәҡәлә яҙып, Бойондороҡһоҙ йәмәғәт күҙәтеүсеһе (НОН) системаһына ҡуя, мәғлүмәттәрҙе социаль селтәрҙә ла тарата. Мәғлүм булыуынса, республиканың күҙәтеүсе-блогерҙары 30 меңдән ашыу мәғлүмәтте НОН системаһына ебәргән.

Күҙәтеүсе-блогер Самат Кифуллин Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы 685-се һайлау участкаһында тауыш барышын күҙәтә.

 – Быйыл студенттар күп булды, уларға бүләктәр тапшырылды. Һайлау барышында ғәҙәттән тыш хәлдәр булманы. Был һайлауға ғаиләләр менән күпләп киләләр, – тип уртаҡлашты Самат Ринат улы.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Рәсәй Президентын һайлауҙың бөгөн һуңғы көнө. Республикала һайлау участкалары киске сәғәт 8-гә тиклем эшләй. Һайлауҙан ситтә ҡалмағыҙ!    

Рәмилә МУСИНА фотоһы.

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас