Бөтә яңылыҡтар

Әле тауыш биреү һөҙөмтәләре асыҡлана

Республиканың Үҙәк һайлау комиссияһы секретары Марина Долматова белдереүенсә...

Әле тауыш биреү һөҙөмтәләре асыҡлана
Әле тауыш биреү һөҙөмтәләре асыҡлана

Өс көн барған Рәсәй Президенты һайлауҙары бөгөн тамамланды. Республикала эшләгән 3308 һайлау участкаһы ишектәрен ябып, тауыштар иҫәпләнә башланы. 

Башҡортостанда Рәсәй Президенты һайлауына һайлаусыларҙың 80 проценттан ашыуы килгән, тип хәбәр итте төбәктең Үҙәк һайлау комиссияһы секретары Марина Долматова.

– Әлеге ваҡытта һайлау комиссиялары ағзалары тауыш биреү һөҙөмтәләрен асыҡлай. Процедура ҡулланылмаған бюллетендәрҙе ҡаплауҙан башлана. Артабан улар һайлаусылар исемлеген анализлай һәм тауыш биреүселәрҙең һанын билдәләй. Унан һәр кандидат өсөн тауыштарҙы иҫәпләү башлана, шунан һуң мәғлүмәттәр территориаль һайлау комиссияһына, аҙаҡ – Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһына тапшырыла. Бөтә республика буйынса тауыш биреү йомғаҡтары билдәләнгәс, был мәғлүмәттәр Рәсәйҙең Үҙәк һайлау комиссияһына ебәрелә, - тип һөйләне Марина Долматова.

Уның белдереүенсә, Рәсәй Президентын һайлауҙың республика буйынса һуңғы мәғлүмәтен иртәгә, 18 мартта, 11.00 сәғәттә иғлан итәсәктәр.

Булат Маликов фотоһы.

#ВыбираемПрезидента
#Башкортостан
#БашВыбор2024

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: