Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
17 Март 2024, 10:45

Мобиль төркөм бөгөн таңғы бишкә тиклем эшләйәсәк

Улар участка һайлау комиссияларында халыҡтың йәки күҙәтеүселәрҙең мөрәжәғәттәре буйынса ла, үҙ теләге буйынса ла сыға.

Мобиль төркөм бөгөн таңғы бишкә тиклем эшләйәсәкМобиль төркөм бөгөн таңғы бишкә тиклем эшләйәсәк
Мобиль төркөм бөгөн таңғы бишкә тиклем эшләйәсәк

Өфөләге “Рәсәй Президентын һайлау-2024” йәмәғәт матбуғат үҙәгендә брифингтар дауам итә. Спикерҙар һайлауға бәйле ағымдағы хәлдәрҙе ваҡытында еткереп тора. Башҡортостанда һайлауҙа күҙәтеү буйынса Йәмәғәт штабының мобиль төркөмө етәксеһе Евгений Мельников хәбәр итеүенсә, структура хеҙмәткәрҙәре республика буйлап 80-гә яҡын сәйәхәт яһаған.

Спикер аңлатыуынса, улар участка һайлау комиссияларында халыҡтың йәки күҙәтеүселәрҙең мөрәжәғәттәре буйынса ла, үҙ теләге буйынса ла сыға.

“Тауыш биреүҙең һуңғы көнөндә белгестәребеҙ таңғы сәғәт 5-кә тиклем – тауыш биреүгә йомғаҡ яһағанға ҡәҙәр эшләй”, – тине Евгений Мельников.

Динар Калимуллин фотоһы. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас