Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
17 Март 2024, 08:15

“Рәхмәт” акцияһы оҙайтыла

“Рәхмәт102.рф” сайты хакерҙар һөжүменә дусар ителде

“Рәхмәт” акцияһы оҙайтыла“Рәхмәт” акцияһы оҙайтыла
“Рәхмәт” акцияһы оҙайтыла

Быйылғы һайлау осоронда “Рәхмәт” акцияһына иғтибар бик ҙур. Был аңлашыла ла – уйнатылған бүләктәр бик ҙур. Хатта фатир, автомобиль, юлламалар бар. Шуға күрә “Рәхмәт102.рф” сайты хакерҙар һөжүменә дусар ителде. Әле проблема юҡҡа сығарылған. Был турала Өфөләге “Рәсәй Президентын һайлау-2024” йәмәғәт матбуғат үҙәгендә үткән брифингта акция вәкиле Римма Бикмурзина һөйләне.

Башҡортостанда “Рәхмәт” акцияһында ҡатнашыу өсөн билет теркәү мөмкинлеге 17 мартта төнгө 12-гә тиклем оҙайтылды. Уның мәғлүмәттәре буйынса, әлеге мәлгә 2,7 миллион билет бирелгән дә инде, уларҙың 1,3 миллионы теркәлгән.

Римма Бикмурзина билдәләүенсә, суперприздарҙы уйнатыу һуңғараҡ була.

Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы. 

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас