Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
17 Март 2024, 07:45

Рәсәйҙә һайлауға килеү – 61,37 процент

Хатта 12-се балаһын тапҡан ҡатын да бар, ул бәпесен тыуҙырыу менән бала табыу йортонда тауыш биргән.

Рәсәйҙә һайлауға килеү – 61,37 процентРәсәйҙә һайлауға килеү – 61,37 процент
Рәсәйҙә һайлауға килеү – 61,37 процент

Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Элла Памфилова хәбәр итеүенсә, иртәнге 9 тула 15 минутҡа, 17 мартта, ситтән тороп тауыш биреүҙе иҫәпкә алып, ил президентын һайлауға халыҡтың 61,37 проценты килде.

Элла Памфилова билдәләүенсә, Рәсәй буйынса һайлау процесын донъяның 109 иленән 1115 халыҡ-ара күҙәтеүсе һәм эксперт күҙәтә.

Ул шулай уҡ ил буйынса һайлауҙа булған ҡыҙыҡлы ваҡиғаларҙы күрһәтте. Был – кәләш менән кейәү килеүе, милли кейемдәрҙә тауыш биреү һәм башҡалар. Хатта 12-се балаһын тапҡан ҡатын да бар, ул бәпесен тыуҙырыу менән бала табыу йортонда тауыш биргән.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 17 мартҡа иртәнге сәғәт 10-ға Башҡортостанда 1 миллион 972 мең кеше тауыш бирҙе.

Фото: Башинформ. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас