Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
17 Март 2024, 15:00

Республикала һайлау тамамланды

Хәҙер инде һөҙөмтәләрҙе көтөргә ҡалды

Республикала һайлау тамамландыРеспубликала һайлау тамамланды
Республикала һайлау тамамланды

Ниһайәт, өс көн барған Рәсәй Президенты һайлауҙары бөгөн – 20.00 сәғәттә тамамланды. Республикала эшләгән 3308 һайлау участкаһы ишектәрен ябып, тауыштар иҫәпләй башланы. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, республикалағы һайлау хоҡуғы булған граждандарҙың 80 проценты үҙенең гражданлыҡ бурысын үтәгән.

Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы граждандарҙың һайлау хоҡуғын тәьмин итеү маҡсатында барлыҡ саралар күрҙе.

Хәҙер инде һөҙөмтәләрҙе көтөргә ҡалды.  

Фото: vk.com/clubbashkortostanizbirkom

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас