Республиканың ҙур конфессияларының рухи лидерҙары һайлау участкаларына үҙҙәренең гражданлыҡ бурысын үтәү өсөн килде. Башҡортостан юлдаш телеканалына биргән әңгәмәһендә улар бына нимә тине.
– Ил тормошонда яуаплы мәл. Илдә өлгәшелгән уңыштар һәр ваҡыт дауам итергә тейеш. Беҙ Рәсәйҙең күп милләтле, күп конфессиялы халҡының дуҫлыҡта, бер-береһенә хөрмәттә йәшәүен күрәбеҙ. Республикабыҙҙағы кеүек: беҙҙең өсөн милләтебеҙ йәки динебеҙ буйынса кем булыуыбыҙ айырмаһы юҡ – беҙ барыбыҙҙы ла хөрмәт итәбеҙ. Беҙҙең традицион диндәр – православие, ислам, иудаизм – кешеләрҙе бер-береһенә ихтирам менән ҡарарға, һәр халыҡтың тамырҙарын, йолаларын хөрмәт итергә өйрәтә. Хәҙер беҙ дуҫлыҡта йәшәйбеҙ һәм мотлаҡ ошо курсты дауам итергә, ил етәкселеге менән традицион конфессиялар етәкселеге араһында, халыҡ араһында барлыҡҡа килгән өҫтөнлөктө яҡларға тейешбеҙ. Беҙ бер-беребеҙ, илебеҙ мәнфәғәтендә йәшәргә тейешбеҙ, – тип белдерҙе Өфө һәм Башҡортостан митрополиты Никон.
– Һайлау – Аллаһы Тәғәләнең иң ҙур хоҡуғы, ул Конституцияла сағыла. Рәсәй бөйөк держава – биләмәһе буйынса ла иң ҙур, әһәмиәте буйынса ла. Ул 193 милләтте берләштерә, Берләшкән Милләттәр Ойошмаһындағы дәүләттәр һаны менән бер тигеҙ. Президент һайлауҙары – илебеҙ тормошондағы иң ҙур ваҡиға. Беҙ, һис шикһеҙ, Аллаһы Тәғәлә алдында, балаларыбыҙ, ейәндәребеҙ һәм артабанғы быуындар алдында гражданлыҡ һәм патриотик бурысыбыҙҙы үтәргә тейешбеҙ, шулай итеп, ҡеүәтле һәм көслө дәүләтебеҙҙә рухи-әхлаҡи яңырыу бара. Был беҙҙең берҙәмлеккә һәм татыулыҡҡа ныҡ бәйле. Барыһын да тауыш биреүҙә әүҙем ҡатнашырға саҡырабыҙ, – тине Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назараты рәйесе Тәлғәт Тажетдин.
“Көндәр шундай аяҙ тора, матур һауа торошо! Барығыҙҙы ла тауыш бирергә, гражданлыҡ бурысығыҙҙы үтәргә, илебеҙҙең киләсәге өсөн тауыш бирергә саҡырам. Алға! Уңыштар!” – тип уртаҡлашты Өфөнөң һәм Башҡортостандың баш раввины Дан Кричевский.
Фото: БЮТ тапшырыуынан.