Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
17 Март 2024, 08:45

Төшкә - 71,89 процент!

Шулай уҡ Марат Ғәҙелов республикала Үҙәк һайлау комиссияһы ҡарамағындағы асыҡ ресурстарға кибер-һөжүмдең артыуын хәбәр итте.

Төшкә - 71,89 процент!Төшкә - 71,89 процент!
Төшкә - 71,89 процент!

Өфөләге “Рәсәй Президентын һайлау-2024” йәмәғәт матбуғат үҙәгендә эш дауам итә. Әлеге ваҡытта тура бәйләнешкә республиканың Үҙәк һайлау комиссияһынан рәйес урынбаҫары Марат Ғәҙелов сыҡты. Уның белдереүенсә, 12 сәғәткә Башҡортостанда тауыш биреүселрҙең 71,89 проценты тауыш биргән. Был 2 миллион 115 мең 242 кеше. Күренеүенсә, Башҡортостан халҡы ҙур әүҙемлек күрһәтә.

Шулай уҡ Марат Ғәҙелов республикала республика Үҙәк һайлау комиссияһы ҡарамағындағы асыҡ ресурстарға кибер-һөжүмдең артыуын хәбәр итте.

“Беҙ Рәсәй президентын һайлауҙа тәүлек һайын ошондай һөжүмдәрҙең 200 меңгә артыуын билдәләйбеҙ. Һайлауҙар осоронда киҫкен һөжүмдәр һаны ла ике тапҡырҙан ашыуға артҡан. Бындай эшмәкәрлек Көньяҡ-көнсығыш Азия илдәренән һәм Көньяҡ Американан теркәлә”, – тине Марат Ғәҙелов.

Шул уҡ ваҡытта, спикер билдәләүенсә, БР Үҙәк һайлау комиссияһының рәсми сайтына инеүҙәр һаны ике тапҡырға артҡан.

Фото: Башинформ. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас