Быйылғы Рәсәй Президентын һайлауҙа йәштәр әүҙемлек күрһәтә. Өфөләге “Рәсәй Президентын һайлау-2024” йәмәғәт матбуғат үҙәгендә йәштәрҙең сәйәси мәҙәниәте тураһында һөйләшеү булды. Был турала Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ҡарамағындағы Йәштәр йәмәғәт палатаһы рәйесе Зарина Ғәзизова һәм палатаның урындағы үҙидара, гражданлыҡ йәмғиәте институттарын үҫтереү һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса комиссияһы рәйесе Илнур Рамазанов һөйләне.
Илнур Рамазанов йәштәрҙең ике көн дауамында нисек тауыш биреүҙәре тураһында әйтте.
– Исемлектә булған йәштәрҙең 60 проценттан ашыуы тауыш биргән дә. 100 кеше беркетелеү таныҡлығы буйынса тауыш биргән, был йәштәрҙең гражданлыҡ бурысын үтәргә теләге ҙур булыуы тураһында һөйләй. Улар алдан уҡ хәстәрлек күргән, “Дәүләт хеҙмәттәре” аша ғариза биргән, – тине ул.
Зарина Ғәзизова белдереүенсә, бөгөн йәштәр республика халҡының 26 процентын тәшкил итә. Был – миллиондан ашыу кеше.
– Йәштәр илдең киләсәге менән ҡыҙыһына. Күптәр күҙәтеүселәр, ирекмәндәр була. Һайлауға башлыса өлкәндәр килә тиһәләр ҙә, үткән йылдарҙың статистикаһы буйынса, тауыш биреүҙә йәштәр ҙә әүҙем ҡатнаша, яҡынса 65,6 проценты килә. Быйыл да улар күп булыр тип көтәбеҙ, – тине ул.
Автор фотоһы.