Бөтә яңылыҡтар

"Яңы кешеләр" ниндәй фекерҙә?

"Президент һайлау нығыраҡ ҡыҙыҡһыныу уята".

"Яңы кешеләр" ниндәй фекерҙә?
"Яңы кешеләр" ниндәй фекерҙә?

Рәсәй Президентын һайлауҙа төрлө партияларҙан кандидаттар ҡатнашты, шул иҫәптән “Яңы кешеләр”ҙән кандидат.

“Рәсәй Президентын һайлау-2024” йәмәғәт матбуғат үҙәгендә сығыш яһаған “Яңы кешеләр” партияһы вәкилдәре Зөлфиә Ғайсина һәм Руслан Дәүләтшин фекеренсә, йәмғиәт ил тормошонда әүҙем ҡатнашырға, ярҙам күрһәтергә тейеш.

– Президент һайлауҙары традицион рәүештә башҡа һайлауҙарға ҡарағанда нығыраҡ ҡыҙыҡһыныу уята. Өс көн дауамында халыҡ әүҙем ҡатнашты, һәм бындай күренеш беҙҙә генә түгел, сит илдәрҙә лә күҙәтелде. Минеңсә, бында дошмандар яғынан провокациялар ҙа ҙур роль уйнаны, улар кешеләрҙе тупланырға мәжбүр итте, – тип билдәләне Зөлфиә Ғайсина.

Уның әйтеүенсә, "Яңы кешеләр" — йәш, әммә әүҙем партия, тәҡдимдәре киләсәкте хәстәрләүгә һәм яҡлауға ҡағыла. Тимәк, перспективалар бар, ти Зөлфиә Ғайсина.

Булат Маликов фотоһы.

#ВыбираемПрезидента
#Башкортостан
#БашВыбор2024

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: