Бөтә яңылыҡтар

2014 йылдың мартында тарихи ғәҙеллек тергеҙелә

Ҡырым яҙына 10 йыл тулды

2014 йылдың мартында тарихи ғәҙеллек тергеҙелә
2014 йылдың мартында тарихи ғәҙеллек тергеҙелә

2014 йылдың 18 мартында уҙған референдумда Ҡырым ярымутрауы һәм Севастополь ҡалаһы халҡы үҙенең тарихи Тыуған иле – Рәсәй менән берләштереү өсөн тауыш бирә. Быйыл Ҡырым яҙына теүәл 10 йыл тула. Һуңыраҡ тейешле Указға Рәсәй Президенты ҡул ҡуя.

Тарихҡа күҙ һалғанда, Ҡырым батша заманында уҡ Рәсәй составында булған. 1783 йылдың 8 (21) апрелендә императрица Екатерина II “Ҡырым ярымутрауын, Тамань утрауын һәм Бөтә Кубань яғын Рәсәй державаһына ҡабул итеү тураһында" манифестҡа ҡул ҡуя, ә июнь айында Ҡырым халҡының бөтә вәкилдәре уға ант бирә. Шулай итеп, Ҡырым мәңгегә Рәсәйгә ҡушыла.

1853 – 1856 йылдарҙағы Ҡырым һуғышы Севастополь халҡының бөтә Рәсәй халҡының ғорурлығы булыуын Рәсәй дошмандарына күрһәтә. Севастополь ҡалаһын 349 көн обороналау дауам итә.

Граждандар һуғышы йылдарында Ҡырым аҡтар хәрәкәтенең һуңғы нығытмаһына әүерелә. Беҙ 1920 йылдың аҙағында Ҡырым еренән киткән Врангель армияһы офицерҙарын һәм Сиваштың боҙло һыуын кисеп сыҡҡан Михаил Фрунзе ҡыҙылармеецтарын әле онотмайбыҙ. Был да беҙҙең тарихыбыҙ.

1922 йылда Ҡырым РСФСР составында СССР-ҙы ойоштороуҙа туранан-тура ҡатнаша. Был килешеүҙә Ҡырым АССР-ы халыҡ комиссарҙары советы рәйесе Сәхибгәрәй Сәйетғәлиевтең дә ҡултамғаһы бар.

1941-1942 йылдарҙа дошмандың күпкә өҫтөнлөклө булған көстәрен туҡтатыу өсөн Севастополдә 250 көн алыш бара. 1944 йылда беҙҙең яугирҙәрҙең өс көнлөк тәүәккәл һөжүменән һуң Севастополь ваҡытында азат ителә.

1954 йылда, партия үҙәк комитетының беренсе секретары Никита Хрущевтың бөгөнгө көндә сәйер булып күренгән ҡарары буйынса, Ҡырым формаль рәүештә РСФСР-ҙан УССР составына тапшырыла. Совет кешеләре бындай ҡарарға бер ниндәй ҙә әһәмиәт бирмәй, сөнки барыһы ла бер илдә, берҙәм гражданлыҡлы, Берҙәм Советтар Союзы халыҡтарының туғандаш ғаиләһендә йәшәй. Моғайын, ҡарар ниндәйҙер хужалыҡ характерында булғандыр. Инфраструктура мәсьәләләрен хәл итеүҙе нисек ойоштороу уңайлыраҡ: мәҫәлән, дефицит булғанда өҫтәмә һыу һәм электр менән тәьмин итеү, транспорт ағымын көйләү.

Әммә 1991 йылдан һәм СССР тарҡалғандан һуң Ҡырым мәсьәләһе яңы киҫкенлек менән күтәрелә. Ҡырым халҡы үҙен яңы ғына барлыҡҡа килгән йәш Украина дәүләте түгел, ә мең йыллыҡ Рәсәйҙең бер өлөшө итеп тойоуын дауам итә. Ғәжәп, әммә СССР-ҙың тарҡалыуы барышында Ҡырым халҡы яңы “Бойондороҡһоҙ Украинаның” бер өлөшө булырға теләнеме икән?! Ярымутрауҙа күп һанлы митингтар үтә, Рәсәй яҡлы тиҫтәләгән ойошмалар ойошторола.

2014 йылдың мартында, ниһайәт, тарихи ғәҙеллек тергеҙелә – Ҡырым һәм Севастополь халҡы тарихи Тыуған иленә ҡайтты. Ҡырым – күп милләтле илебеҙ халҡының илһөйәр рухлы ҡәлғәһенә, Тыуған иленә – Рәсәйгә тоғролоҡ символына әүерелә. Бөгөн беҙ бергә, был – иң мөһиме. Алда – бөйөк Рәсәйҙең яҙмышы,һәм ул да беҙҙең ҡулда.

Альберт ЗАҺИРОВ фотоһы.

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: