Бөтә яңылыҡтар

Ғаилә менән һайлау - матур йолаға нигеҙ һалыу

Социаль селтәрҙәрендә күпләп күҙгә салынған береһенән-береһе матур балалары менән фотоға төшкән башҡорт ғаиләларе һоҡландырҙы, ғорурлыҡ хисе уятты, ти ғалимә. 

Ғаилә менән һайлау - матур йолаға нигеҙ һалыу
Ғаилә менән һайлау - матур йолаға нигеҙ һалыу

Быйыл һайлауға кешеләрҙең күпселеге ғаиләләре менән барҙы. Был күренеш яңы матур йолаға нигеҙ һала тигән фекерҙә тарих фәндәре кандидаты, Өфө фән һәм технологиялар университетының Стәрлетамаҡ филиалы доценты, Стәрлетамаҡ ҡала башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Ләйсән Йосопова. 

– Киләсәген уйлағандар, балаларының алдағы тормош юлы яҡты булыуын теләгәндәр, әлбиттә, һайлауҙы ҡалдырмай йөрөй. 2024 йыл – Рәсәй Президенты тарафынан Ғаилә йылы, тип иғлан ителде. Ошо уңайҙан быйыл ил етәксеһен һайларға бөтә ғаилә ағзалары менән бергә-бергә барыу матур күренеш булды. Әлбиттә, бәләкәй балалар үҙҙәре тауыш бирмәй, әммә ата-әсәһенә, бәлиғ булған ағай-апайҙарына ҡарап һабаҡ ала, һайлау ҙур әһәмиәткә эйә булған ваҡиға икәнен аңлап үҫә улар.

Ғөмүмән, телде һаҡлау, милли ғөрөф-ғәҙәттәрҙе үҙләштереү, илһөйәрлек, гражданлыҡ тойғоларын үҫтереү – барыһы ла ғаиләнән башлана. Шуға күрә, һис шикһеҙ, ғаилә менән берҙәм һайлауға барыу бик көслө тәрбиәүи алым булып тора. Социаль селтәрҙәрендә күпләп күҙгә салынған береһенән-береһе матур балалары менән фотоға төшкән башҡорт ғаиләларе һоҡландырҙы, ғорурлыҡ хисе уятты, - тине ул. 

Фото: шәхси архивтан. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: